Бардо милли музейы (франц. Le musée national du Bardo, ғәр. المتحف الوطني بباردو‎المتحف الوطني بباردو‎) — Рим мозаикаһы һәм башҡа (антик) һынлы сәнғәт артефакттарының Бардо Тунис ҡалаһындағы музейы. XIII быуатта хаким иткән Хафсидтар династияһы өсөн төҙөлгән һарайҙа урынлашҡан. 1885 йылда музей төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә, 1888 йылда Алауи исеме аҫтында асыла. Бардо — Ҡәһирәләге Мысыр музейынан ҡала Африкалағы иң ҙур архиологик музей.

Иҫтәлекле урын
Национальный музей Бардо
المتحف الوطني بباردو
Ил Тунис
Город Тунис
Бина тибы музей
Төҙөлөшө ???—XIII быуат йылдар
Сайт Рәсми сайт

Экспозициялар 6 бүлеккә бүленә:

  • тарихҡаса булған дәүер;
  • пунийҙар осоро;
  • нумидий цивилизацияһы осоро;
  • Мәхдиә һыу аҫты хазиналары;
  • һуңғы антик осор;
  • ислам дәүере.

Һарай бинаһында Калладиндан керамик панно, мавританса ағастағы биҙәктәр һәм боронғо артефакттар бар.

Карфаген сәнғәте залы

2015 йылдың 18 мартында музейға террорсылар һөжүм итә һәм ул фәжиғәлә 21 кеше һәләк була.

  • Blanchard-M. Lemée et al. Sols Afrique de l romaine. Mosaïques de Tunisie. Paris, 1995. ISBN 2-7433-0056-6
  • G. Magi, Fabbri P. Tunesiens und Kunst Geschichte. Florenz: Casa Bonechi Editrice, 2008. ISBN 978-88-476-2179-4, 13-20 S..