Баранов Сергей Петрович

Баранов Сергей Петрович (26 март 1929 йыл10 февраль 2013 йыл) — педагог, педагогия фәндәре кандидаты (1960), профессор (1980), Педагогия һәм социаль фәндәрҙең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1][2].

Баранов Сергей Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Мосальский район[d]
Вафат булған көнө 10 февраль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө ғилми-педагогик хеҙмәткәр, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Эш урыны Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Q13206016?
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Петрович Баранов 1929 йылдың 26 мартында Калуга өлкәһенең Мосальский районы Сушково ауылында тыуған[1].15 йәшендә үҙ ирке менән фронтҡа китә, 66-сы гвардия пехота дивизияһы составында була, бер нисә тапҡыр яралана, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Будапештты алған өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[2]. 1946 йылда Мәскәү дәүләт университеты философия факультетының психология бүлегенә уҡырға инә, 1951 йылда тамамлай. Баранов Сергей Петровичтың педагогик эшмәкәрлегенең башы Тула, Калуга, Мәскәү юғары уҡыу йорттарында башлана, унда уҡытыусы, доцент, башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедра мөдире булып эшләй. Күп йылдар дауамында Мәскәү дәүләт педагогия университетында уҡыта — башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире, декан вазифаһын башҡарыусы була.

1960 йылда «Соотношение чувственного образа и понятия в процессе обучения младших школьников» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ошо материалдар буйынса «Чувственный опыт ребёнка в начальном обучении» монографияһы нәшер ителә[1][2]. 2010 йылда «Педагогика» дәреслегендә уның «Гносеологический подход к процессу обучения» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға, ул болгар теленә тәржемә ителә. Баранов 40 йыл самаһы «Начальная школа» журналының мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы булып тора. 2006 йылда «Начальная школа» (№ 12) журналында Н.Чиркова менән авторҙашлыҡта «Развитие мышления младших школьников на основе математической логики» мәҡәләһе баҫылып сыға. Сергей Петрович «Начальная школа» журналы ойошторусы булған Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша[2].

Профессор ике фән докторы һәм бер нисә кандидат әҙерләй[1][2]. Барановтың ғилми эштәре Куба, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Вьетнамда баҫылып сыға. Сергей Петрович 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шулар араһында: «Чувственный опыт ребёнка в начальном обучении», «Принципы обучения», «Сущность процесса обучения», «Педагогика» ( С. П. Баранов һәм В. А. Сластенин редакцияһы), «Теория обучения детей младшего школьного возраста» һәм башҡалар[1].

2013 йылдың 10 февралендә Мәскәүҙә вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • «Будапештты алған өсөн» миҙалы,
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы,
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә