Баранаускас Антанас
Баранаускас Антанас (лит. Antanas Baranauskas; Baranowski, Baranauskis, Baronas; 17 ғинуар 1835 йыл, Оникша (Аникщяй) — 26 ноябрь 1902 йыл, Сейны) — католик прелаты, 1897 йылдың 21 июленән 1902 йылдың 26 ноябренә тиклем Сейна епискобы, Литва шағиры һәм тел ғилеме белгесе; шулай уҡ поляк телендә лә яҙған.
Баранаускас Антанас | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1835[2][1][3] |
Тыуған урыны | Аникщяй[d], Вилькомирский уезд[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 ноябрь 1902[2][1][3] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Сейны[d], Сувалкская губерния[d], Варшавское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Church of the Visitation in Sejny[d] |
Нәҫеле | Барановский из герба Ястржембецев[d] |
Һөнәр төрө | математик, лингвист, шағир, католический священник, яҙыусы, католический дьякон, католический епископ |
Эш урыны |
Каунас семинарияһы[d] Императорская Римско-католическая духовная академия[d] |
Биләгән вазифаһы | епархиальный архиерей[d], титулярный епископ[d] һәм ауксилиарий[d] |
Уҡыу йорто |
Императорская Римско-католическая духовная академия[d] Каунас семинарияһы[d] |
Әүҙемлек урыны | Каунас[d][2] |
Консекратор | Козловский, Симон Мартин[d], Церр, Антон Иоганн[d] һәм Cyril Lubowidzki[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Antanas Baranauskas |
Баранаускас Антанас Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәКрәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Аникщяйҙа башланғыс мәктәбен һәм Румшишкеста ике йыллыҡ писарҙар мәктәбен тамамлай, Расейняй, Скуодас һәм башҡа ҡалаларҙа (1853—1856) улус канцелярияһында хеҙмәт итә. Польша шағиры Каролина Проневская менән танышыу, нигеҙҙә, Баранаускастың шиғри ижады йүнәлештәрен билдәләй.
1856 йылда Варняйҙағы католик дини семинарияһына уҡырға инә, артабан Петербург католик дини академияһында уҡый, 1862 йылда уны тамамлай. Варняйҙа уҡыған сағында уҡ лингвистика менән ҡыҙыҡһына башлай, ул — Литваның беренсе диалектологы һәм литва грамматикаһы терминдарын булдырыусы. Немец тел ғилеме белгесе А. Шлейхерға литва диалекттарын яҙып ебәрә.
1863—1864 йылдарҙа Мюнхен, Рим, Инсбрук, Лёвен университеттарында теология фәнен өйрәнеүҙе дауам итә. 1863 йыл ихтилалы баҫтырғандан һуң, тик ғилми эш менән генә шөғөлләнә һәм шиғри ижадтан бөтөнләй ситләшә. 1865 йылда Санкт-Петербургта Император Рим-католик дини академияһы профессоры итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда Ковен кафедраль соборы викарийы һәм Ковен дини семинарияһына профессор итеп тәғәйенләнә, унда ул әхлаҡи теология һәм гомилетика фәндәренән уҡыта (1866—1884). 1867 йылдан Ковен дини семинарияһында профессор була, аҙағыраҡ инспектор вазифаһын үтәй. 1871 йылдан литва теленән уҡыта башлай. Шул уҡ ваҡытта А.Шлейхерҙың литва теле грамматикаһын тәржемә итә һәм, уға таянып, литва телендә дәреслектәр „Mokslas lietuviškosios kalbos“ (баҫылмаған) яҙа башлай. А. Шлейхер, И. А. Бодуэн де Куртенэ, И. А. Карловичтар һәм башҡа тел белгестәре менән бәйләнеш тота.
1897 йылда Сейна епискобы итеп тәғәйенләнә. Сейнала вафат була һәм шунда уҡ ерләә.
Ижады
үҙгәртергәПоляк телендәге бер нисә шиғырынан тыш, ун дүрт йырҙан торған «Петербург ҡалаһына сәйәхәт» тип аталған („Kelionė Petaburkan“, 1858—1859) шиғри әҫәр яҙа. Баранускастың иң билдәле һәм камил әҫәрҙәренең береһе — Адам Мицкевичтың «Пан Тадеуш» поэмаһы йоғонтоһо аҫтында яҙылған «Аникшчяй ҡарағайлығы» поэмаһы («Аникщяйский бор»; „Anykščių šilelis“, 1858—1859). Тәүге тапҡыр 1860 йылда баҫыла (тәүге айырым баҫмаһы 1905 йылда донъя күрә), ул литва әҙәбиәте классикаһына индерелгән һәм инглиз, латыш, немец, урыҫ, япон һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Шулай уҡ Бараунскастың «Бичь и милость Божья» (Dievo rykštė ir malonė, 1859) дидактик поэмаһы һәм башҡа ҡайһы бер башҡа әҫәрҙәре бар.
Хәтер
үҙгәртергә- Литваның күп ҡалалары урамдары уның исемен йөрөтә.
- 2015 йылдың 25 сентябрендә Меркурийҙағы кратер Baranauskas исеме менән атала[4].
Ғилми эштәре
үҙгәртергә- O i żmudzkiego litewskiego mowie ludu. 1857.
- Anykščių šilelis. Vilnius, 1966.
- Raštai. T. 1-2/ Vilnius: Vaga, 1970 (Lituanistinė biblioteka).
- Аникшчяйский бор. Литва теленән тәржемә ителгән. Н. Тихонова, Вильнюс, 1952.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118849190 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Antanas Baranauskas // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Baranauskas
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Литва әҙәбиәте тарихы. Вильнюс: Vaga, 1977. Б 87-101.
- Lietuvių rašytojai. Bibliografinis žodynas: A—Vilnius J.: Vaga, 1979. С 141—152.
- Egidijus Aleksandravičius. Giesmininko kelias. Vilnius: Versus Aureus, 2003. Versus aureus икенсе баҫмаһы, 2006. 9955-601-00-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Anthology оf the Lithuanian classic literature: Antanas Baranauskas . The forest of Anykščiai (инг.)
- Мемориаль музей. Баранаускас
- Antanas Baranauskas (лит.)
Элек эшләүсе: епископ Пётр Павел Вежховский |
Епархия Сейны 21 июля 1897 год — 26 ноября 1902 год |
Алмашҡа килеүсе: епископ Антоний Карась |
Предшественник: епископ Пётр Павел Вежховский |
Епархия Сейны 21 июля 1897 год — 26 ноября 1902 год |
Преемник: епископ Антоний Карась |