Баныу

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Баныубашҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай: иран, төрөк, татар, фарсы, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, әзербайжан.

Баныу

Этимология

үҙгәртергә

Баныу — фарсы теленән бикә, ҡыҙ бала, хужабикә, ханым тигәнде аңлата[1]. Баныу исеменең һаны 3, бәхетле һандары: 3, 12, 21, 30, 39, 48, 57, 66, 75, 87, 93, 102, 111. Айҙың бәхетле көндәре: 3, 12, 21, 30, бәхетле төҫө һары[2]. Баныу исеменең фоносемантик анализы асыҡлауынса, Баныу исеменең туғыҙ асыҡ фоносемантик билдәһе бар: ҡаһарман, батыр, ҙур, мәғрур, данлыҡлы , ҡаты, һалҡын, көслө, ҡөҙрәтле[3].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (14 декабрь 1914 йыл — 24 февраль 2003 йыл) — йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947).

Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7 октябрь 1973 йыл) — уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).

Һумаюн — Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы, Бабурҙың улы һәм Әкбәрҙең атаһының ҡатынары:

Баныу-бәйим Сәхибә (1541 йылдан)

Хәмиҙә Баныу бәйим (1527—1604), фарсы шиғый шәйехе Ғәлиәкбәр Джамиҙың ҡыҙы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Принц Әхмәт һәм Пәри Баныу» (25 май, 1709 й.) «Мең дә бер кисә» йыйынтығына ингән киң билдәле ғәрәп әкиәттәренең береһе[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә