Яҡынса дүрт-өс мең йыл элек хәҙерге Бангладеш территорияһында дравид, тибет-бирма һәм австроазиат халыҡ һаны йәшәй[1].

Бангладеш тарихы
Донъя ҡитғаһы Азия
 Бангладеш тарихы Викимилектә
Будда, XI быуат, Пала
Сомапур Махавихара, Атиша йәшәгән һәм эшләгән урын
Шәйех Гумбат мәсете

Цивилизация башы

үҙгәртергә

Бангладеш биләмәләрендә беренсе дәүләт берәмектәре беҙҙең эраға тиклем 1-се мең йыллыҡта барлыҡҡа килә. Уларҙың береһе Ванга дәүләте була, илдең атамаһы шунан килеп сыға. «Бангла» йәки «Бенгал» һүҙенең аныҡ сығышы билдәһеҙ, әммә уның «Банг» — беҙҙең эраға тиклем 1000 йылдар элек крайҙа барлыҡҡа килгән дравидтар ҡәбиләһенән мираҫ итеп алынған[2]. Беҙҙең эраға тиклем VII быуатта Гангаридай короллеге формалаша, һуңыраҡ уны Бихар дәүләте алмаштыра.

Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында был территория һинд Магадха, Нанда, Маурья һәм Шунга империялары составына индерелә. Һуңыраҡ, беҙҙең эраға тиклем III һәм VII быуат осорҙарында Бенгал Гупта һәм Харш империяһының бер өлөшө булып китә. Улар тарҡалғандан һуң хәҙерге Бангладеш өлкәләре һәм көнбайышта ятҡан, ете йөҙ йыл Гауда, Пала һәм Сена (I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында бында Саматата һәм Харикела дәүләттәре йәшәй) династиялары бер-бер артлы хакимлыҡ иткән Бенгал иртә феодал дәүләте территориялары тәшкил итә.

Егерме биш йыл самаһы йәшәгән Гауда дәүләтен хакимд Шашанка ойоштора. Ул Бангладеш тарихында беренсе бойондороҡһоҙ король тип һанала. Анархия осоронан һуң төбәк дүрт йөҙ быуат дауамында, ҙур булмаған Сена индуистар династияһы идара иткән осорҙо ла индереп, Пала династияһы хакимлыҡ итә, улар тарихҡа буддизмды яҡлаусылар булып инә.

Ислам осоро

үҙгәртергә

Ислам Бенгал төбәгенә XII быуатта ғәрәп сауҙагәрҙәре һәм суфый-мессионерҙар аша инә, һуңынан мосолмандарҙың яулап алыуы исламды киңерәк таратыуға ярҙам итә[3].

XII быуат һуңында Сена дәүләте бер нисә ҙур булмаған феодал кенәзлектәргә тарҡала, был уларҙы Дели солтанлығы ғәскәрҙәренең яулап алыуын еңеләйтә. Был яулап алыу ҙа шулай уҡ халыҡтың байтаҡ өлөшөн Ислам диненә баҫтырыу менән бергә бара. Афған полководецы Бәхтиәр Хилджи Сена династияһынна булған хаким Лакшман ғәскәрен ҡыйратып, 1204 йылда Бенгал төбәгенең ҙур өлкәләрен яулап ала. Шул ваҡыттан алып төбәк бер нисә йөҙ йыл дауамында урындағы династиялар тарафынан идара ителә. XIV быуат уртаһында Бенгалияла идара иткән Дели солтанлығы наместниктары нигеҙҙә бойондороҡһоҙ батшаларға, солтандарға һәи феодалдарға әүерелә, улар бойондороҡһоҙ хакимдар идара йылға, Бөйөк Могол Әкбәр, һәм Дакка таарфынан яулап алынып, уның империяһының административ үҙәгенә әйләнгәнгә тиклем идара итә.

Колониаль осор

үҙгәртергә

XVIII быуат башында Бенгалия бер аҙ бойондороҡһоҙ дәүләт булып ала, әмәм тиҙҙән ул колонизация ҡорбанына әүерелә. XV быуат аҙағында төбәккә Европа сауҙагәрҙәре үтеп инә башлай. XVIII быуат уртаһына инглиздәрҙең киң территориаль экспансияһы башлана, Плесси янындағы алыштан һуң (1757) улар Бенгалияны Британ Ост-Һинд компанияһы контролендә тота[4]. 1857 йылдағы Сипайҙар ихтилалы власты вице-король етәкселегендәге Британия тажына тапшырыуға килтерә[5]. Колониаль хакимлыҡ осоронда Һиндостан ярымутрауы бер нисә тапҡыр аслыҡҡа (яһалма аслыҡҡа ла), шул иҫәптән өс миллионға яҡын кеше һәләк булған 1943 йылғы Бөйөк Бенгал Аслығына, дусар ителә[6].

Британия Һиндостанын бүлгәндән һуң

үҙгәртергә
 
Көнсығыш Пакистан — Пакстандың 1947—1971 йылдар осорондағы провинцияһы
 
Даккалағы демонстрация, 1952 йылдың 21 феврале
 
Шәйех Муджибур Рахман 1950 йылда

1947 йылға тиклем Бангладеш биләмәһе Британия Һиндостанысоставында Бөйөк Британия колонияһы була. 1905—1911 йылдар осоронда бер нисә тапҡыр Бенгал төбәген көнсығыш зонала Дакка ҡалаһы баш ҡала булған ике өлкәгә бүлеү ынтылышы яһала[7]. Һиндостанды ике дәүләткә бүлеү барышында 1947 йылда Бенгал төбәге дини билдә буйынса бүленә. Уның көнбайыш өлөшө Һиндостанға күсә, ә көнсығыш өлөшө, хәҙерге Бангладеш, Пакистанға, баш ҡалаһы Дакка булған Көнсығыш Бенгалия (һуңғараҡ Көнсығыш Пакистан тип үҙгәртелә) провинцияһы итеп ҡушыла[8].

1950 йылда көнсығыш Бенгалияла ер реформаһы үтә, улар һөҙөмтәһендә заминдар феодаль системаһы юҡҡа сығарыла[9]. Әммә, илдең көнсығышының иҡтисади һәм демографик ҡеүәтенә ҡарамаҫтан, Пакистандың хөкүмәт һәм көс ведомстволарында көнбайыш өлөштән сығыусылар өҫтөнлөк итә. Көнбайыш Пакистандан айырылғанлыҡ (1 600 км самаһы), шулай уҡ дәүләттең ике өлөшөндәге этник, тел, сәйәси һәм иҡтисади айырмалыҡтар 1956 йылда Көнсығыш Бенгалияның атамаһын Көнсығыш Пакистанға үҙгәрткән милли-азатлыҡ хәрәкәтенең үҫешенә килтерә. 1952 йылда Бенгаль теле статусы өсөн хәрәкәттең тыуыуы Пакистандың ике өлкәһе араһында беренсе етди тартҡылаш билдәһе була[10]. Иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ҡәнәғәтһеҙлек артабнғы тиҫтә йыл дауам итә, уның һөҙөмтәһендә «Авами Лиг» (Азатлыҡ лигаһы) һул сәйәси партия барлыҡҡа килә һәм ул автономия өсөн сығыш яһаған бенгал телле халыҡтан тора. 1966 йылда партияһы лидеры Шәйех Муджибур Рахман ҡулға алына, ул бары тик 1969 йылда, йәмәғәт фекере йоғонтоһонда ғына иреккә сығарыла.

1970 йылда Көнсығыш Пакистан ярына көслө циклон ябырыла һәм ярты миллиондан ашыу кеше һәләк була[11]. Пакистандың үҙәк хөкүмәте стихия эҙемтәләрен бөтөрөүҙә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй һәм урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Бангладешта азатлыҡ өсөн һуғыш

үҙгәртергә

1970 йылдың декабрендә һайлауҙарҙа Көнсығыш Пакистанда «Авами Лиг» еңеү яулай, әммә Пакистан хөкүмәте уға власть биреүҙән баш тарта[12]. Һөйләшеүҙәр, компромисс табылмағанлыҡтан, уңышһыҙлыҡҡа осрай. Дөйөм баш күтәреүҙәргә һәм киң күләмле акцияларға яуап итеп, 1971 йылдың 25 мартында Пакистан хөкүмәте Азатлыҡ лигаһын таратырға, рахманды ҡулға алырға бойороҡ бирә һәм Көнсығыш Пакистанда хәрби режим индерә. Көнсығыш Пакистан территорияһын ҡораллы тартып алыу буйынса «Фара» операцияһы башлана.

Көнбайыш Пакистандың ҡанлы һуғыш алып барыу күп ҡорбандарға килтерә[13]. Төп сәп булып Көнсығыш Пакистандың зыялылары, индустар һәм Һиндостанда территорияһында һыйыныу табырға теләгән тиҫтәләрсә миллион ҡасаҡ тора[14]. Ультра уң исламсылар төркөмдәре Бангладештың бойондороҡһоҙлоғо өсөн сығыш яһаусы һул зыялыларҙы күпләп юҡ итә. Хәрбиҙәрҙең Дакка университетына рейды ваҡытында тиҫтәләрсә уҡытыусы үлтерелә һәм йәҙҙәрсә студенты юғала, ә Бангладеш азат ителерҙән ике көн алда, 1971 йылдың 14 декабрендә, 200 бенгал зыялыһы өйҙәренән урлана һәм язалана. Хәрбиҙәр кәмендә 200 мең ҡатын-ҡыҙҙы көсләй. Һуғыш барышында һәләк булғандар һаны өс йөҙ меңгдән өс миллионға тиклем тип баһалана[15].

Көнсығыш Пакистан территорияһының бойондороҡһоҙлоғо тураһында 1971 йылдың 26 мартында иғлан ителә, был азатлыҡ һуғышына килтерә. «Авами Лиг» партияһы лидерҙары Һиндостандың Калькутта «ҡыуылған хөкүмәт» ойоштора. Ҡабаттан барлыҡҡа килгән хөкүмәт 1971 йылдың 14 апрелендә Кустия округының Мужиб Нагар ҡалаһында ант ҡабул итә, беренсе премьер-министр Әхмәт Тажетдин була.

Һиндостан ярҙамындағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Пакистан армияһына ҡаршы ҡораллы алыш туғыҙ ай дауам итә. Мукти-бахини партизан формированиелары һәм Бангладештың регуляр хәрби көстәре хәрби хәрәкәттәр алып барғанда Һиндостандан ярҙам ала. Был альянс 1971 йылдың 16 декабрендә Көнбайыш Пакистан армияһын еңә, 90 000-дән ашыу һалдат һәм офицерҙы әсирлеккә ала. Шул уҡ көндө, 1971 йылдың 16 декабрендә Бангладеш халыҡ республикаһы дәүләте ойошторолоуы тураһында иғлан ителә. Хәҙер 26 март (Бойондороҡһоҙлоҡ көнө) һәм 16 декабрь (Еңеү көнө) дәүләттең милли байрамы булып тора. 1972 йылда конституция ҡабул ителә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bharadwaj, G. The Ancient Period // History of Bengal / Majumdar, R. C.. — B.R. Publishing Corp, 2003.
  2. Early History, 1000 B.C.-A.D. 1202 // Bangladesh: A country study / James Heitzman and Robert L. Worden. — Library of Congress, 1989. — ISBN 8290584083.
  3. Eaton, R. The Rise of Islam and the Bengal Frontier. — University of California Press, 1996. — ISBN 0-520-20507-3.
  4. Baxter, C. Bangladesh, from a Nation to a State. — Westview Press (инг.)баш., 1997. — ISBN 0-8133-3632-5.
  5. Baxter, pp.30-32
  6. Sen, Amartya. Poverty and Famines. — Oxford University Press, 1973. — ISBN 0-19-828463-2.
  7. Baxter, pp. 39-40
  8. Collins, L; D Lapierre. Freedom at Midnight, Ed. 18. — Vikas Publishers, New Delhi, 1986. — ISBN 0-7069-2770-2.
  9. Baxter, p. 72
  10. Baxter, pp. 62-63
  11. Bangladesh cyclone of 1991. Britannica Online Encyclopedia.
  12. Baxter, pp. 78-79
  13. Rummel, Rudolph J., «Statistics of Democide: Genocide and Mass Murder Since 1900», ISBN 3-8258-4010-7, Chapter 8, table 8.1. Rummel comments that.
  14. LaPorte, R. Pakistan in 1971: The Disintegration of a Nation (инг.) // Asian Survey (инг.)баш. : journal. — 1972. — Т. 12. — № 2. — С. 97—108. — DOI:10.1525/as.1972.12.2.01p0190a
  15. Rummel, Rudolph J., «Statistics of Democide: Genocide and Mass Murder Since 1900», ISBN 3-8258-4010-7, Chapter 8, Table 8.2 Pakistan Genocide in Bangladesh Estimates, Sources, and Calcualtions.