Балод Екатерина Мартыновна
Балод Екатерина Мартыновна (Балоде) (1898 йыл — 29 декабрь, 1978 йыл) — Латвия бассейнының Рига үҙәк дауаханаһы шәфҡәт туташы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
Балод Екатерина Мартыновна | |
Тыуған көнө | 1898 |
---|---|
Вафат булған көнө | 29 декабрь 1978 |
БиографияһыҮҙгәртергә
Балод Екатерина Мартыновна 1898 йылда хәҙерге Латвияның Бауский крайында тыуа. Милләте буйынса латыш[1].
1919 йылда медицина шәфҡәт туташтары курсын тамамлай. РКП(б)/ВКП(б)/КПСС сафына инә. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша[1].
1947 йылда Рига үҙәк дауаханаһының туберкулез бүлексәһенә шәфҡәт туташы булып урынлаша [1]. 30 йыл дауамында Балтика буйы моряктарының һаулығы һағында тора. Үҙенең эш тәжрибәһен йәштәр менән ихлас бүлешә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1969 йылдың 4 февралендәге Указына ярашлы, Балод Екатерина Мартыновна «совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, Ленин ордены «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән наградлана[1].
Латвия ССР-ы коммунистар партияһының XXI съезы делегаты (1971)[1].
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Рига ҡалаһында йәшәй, 1978 йылдың 29 декабрендә вафат була, урындағы Урман зыяратында ерләнә[1].
Ленин (04.02.1969), «Почет билдәһе» ордендары (28.10.1967), миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн миҙалы» менән наградлана (20.07.1950)[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- М. К. Кузьмин Ученые-медики - Герои Социалистического Труда — Москва: Медицина, 1988. — 197 б. — ISBN 5-225-00135-1.