Балашова Нина Гавриловна
Балашова Нина Гавриловна (15 ғинуар 1926 йыл — 9 ноябрь 2007 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Балашова Нина Гавриловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1926 |
Тыуған урыны |
Краснодар крайы, РСФСР, СССР Курганинский район[d], Армавирский округ[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 ноябрь 2007 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Краснодар крайы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНина Гавриловна Балашова 1926 йылдың 15 ғинуарында Краснодар крайының Ҡурған районы Петропавловская станицаһында күп балалы ғаиләлә тыуған[1]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1938 йылдың башында «Рәсәй» колхозында башлай; артабан «Ильич васыяты» колхозында баҫыусылыҡ бригадаһында звено етәксеһе булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда фиҙәҡәр эшләй. 1946 йылда бойҙайҙың юғары уңышын алған өсөн (гектарынан 30 центнер) Ленин ордены менән бүләкләнә.
Һуңыраҡ Нина Гавриловна тәмәке бригадаһы бригадиры булып эшләүгә күсә, унда ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Эш һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығының ете йыллыҡ үҫеш планы буйынса уның звеноһы тәмәке уңышын йыйыуҙа район буйынса социалистик ярышта еңеүсе була. СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 30 апрелендәге Указы менән көнбағыш, етен, кесерткән, ҡомалаҡ һәм башҡа техник культуралар етештереүҙә һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкәне өсөн Балашова Нина Гавриловнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Бынан һуң ул малсылыҡта эшләй — сусҡасылыҡ фермаһы мөдире була. Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1969 йылда III Бөтә Союз колхозсылар съезына делегат итеп һайлана. Район һәм ауыл Советтары депутаты була.[1]
Хаҡлы ялға киткәс, атҡаҙанған пенсионер була, Петропавловская станицаһында йәшәй.
2007 йылдың 9 ноябрендә тыуған станицаһында вафат була.[1]
Октябрь Революцияһы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шулай уҡ «Кубань ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була(1996).[2]
2017 йылда Петропавловская станицаһында Дан аллеяһы асыла, унда Нина Гавриловнаның портреты ла бар[3]
Библиография
үҙгәртергә- Т. Исупова. Нина Гавриловна Балашова : К 80-летию Краснодарского края. // «Курганинские итоги». — 2017. — 7 июня.
- Знающая цену жизни и добру: Золотые звезды Курганинского района // «Курганинские итоги». — 2017. — 7 марта.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Краснодарского края