Викидатала элемент юҡ

Байғусҡар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Байғусҡар исеме бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Байғусҡар исеме — саф башҡорт исеме, «бай» һәм «ҡусҡар» һүҙҙәре ҡушып яһалған, ҡусҡар мөгөҙлө - ғаиләлә малайҙар күп тыуһын тигән теләкте белдергән[1]

Байғусҡаров фамилияһы Байғусҡар исеменән -ов ҡушымтаһы менән барлыҡҡа килгән.

Байғусҡаров Зариф Закир улы (30 июнь 1967 йыл) — юрист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 7-8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы.

Байғусҡаров Ильяс Радик улы — барбер, "Әңгәмә" ютуб-каналының хужаһы, артист, башҡорт активисты. 2024 йылдың 18 февралендә Баймаҡ эше буйынса ҡулға алына.

Байғусҡар (икенсе атамаһы Тиргәмеш; рус. Байгускарово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ