Байғусҡаров Зариф Закир улы
Байғусҡароов Зариф Закир улы (30 июнь 1967 йыл) — юрист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 7-се һәм 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы[2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Байғусҡаров Зариф Закир улы | ||
Тыуған: | ||
---|---|---|
Тыуған урыны: | ||
Гражданлығы: | ||
Партия: | ||
Эшмәкәрлек төрө: | ||
Наградалары: |
Ҡалып:Медаль Анатолия Кони Ҡалып:Медаль В память 200-летия Минюста России Ҡалып:Медаль За службу I степени (Минюст России) Ҡалып:Медаль За службу II степени (Минюст России) Ҡалып:Медаль За службу III степени (Минюст России) | |
Байғусҡаров Зариф Закир улы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБайғусҡаров Зариф Закир улы 1967 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Ҡәҙир ауылында көтөүсе ғаиләһендә тыуа.
1984 йылда Ҡалдар урта мәктәбен, 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.
1984—1986 йылдарҙа Күгәрсен районының Максим Горький исемендәге колхозында эшләй.
1986—1988 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1988—1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Киров район халыҡ судында пристав-башҡарыусы булып эшләй.
1998 йылдың 11 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Өфө ҡалаһының Калинин районы суды судьяһы итеп тәғәйенләнә.
2001—2004 йылдарҙа республиканың баш суд приставы — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының начальник урынбаҫары була[3].
2005—2016 йылдарҙа Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы вазифаһын биләй.
2016 йылдан — Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 7-се бер мандатлы Салауат һайлау округынан (Башҡортостан Республикаһы) һайлана. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы, Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы.
2022 йылдың 30 июнендә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Гөлназ Ҡолһарина, «Тамыр» («Башҡортостан» ДУП ТРК) балалар-үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе.
Улы һәм ҡыҙы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй федерацияһының 1-се класлы дәүләт юстиция советнигы (2007).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007).
- Суд приставтары федераль хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре.
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2009).
«Анатолий Кони», «Рәсәй Юстиция министрлығының 200 йыллығы хөрмәтенә», «Суд приставтары федераль хеҙмәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн», «Суд приставтарының федераль хеҙмәтенә 10 йыл», III, II һәм I дәрәжә «Хеҙмәт өсөн», «Ҡаҙаныш өсөн», «Фиҙаҡәрлек өсөн» миҙалдары, шулай уҡ исемле хәрби ҡорал менән бүләкләнгән.
- Салауат Юлаев ордены (2022).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Байгускаров Зариф Закирович//Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан»
- ↑ Байгускаров Зариф Закирович// Официальный сайт Государственной Думы 2017 йыл 23 август архивланған.
- ↑ Байгускаров, Зариф Закирович . ИА ТАСС. Дата обращения: 11 сентябрь 2017.
- ↑ Глава Башкирии подписал указ о награждении Зарифа Байгускарова орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 30 июня 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2022)