Байлар (Ютазы районы)
Байлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Урыссу ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Байлар татар. Байлар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Яңы Байлар |
Халҡы |
480 человек (2000) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423957 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
География
үҙгәртергәАуыл Ыҡ йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәБайлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Яңы Байлар булараҡ Димтамаҡ, Әбсәләм һәм Илсембәт ауылдары башҡорттары тарафынан 1862 йылда нигеҙләнгән[2]. 12-се башҡорт кантоны, Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Байлар улусына ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1889 йылда мәсет теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, -1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1889 | 1897 | 1920 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
320 | 573 | 648 | 577 | 657 | 581 | 639 | 578 | 474 | 480 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 580. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.