Димтамаҡ
Димтамаҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Димтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Димтамаҡ татар. Димтамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
549 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423955 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Димескәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәДимтамаҡ — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1859 йылда мәсет теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда ир затлы 20 йән аҫаба башҡорт, 135 йән керҙәш башҡорт, 4 типтәр; 1834 йылда — 88 аҫаба башҡорт, 413 керҙәш башҡорт, 4 типтәр; 1859 йылда — 765 башҡорт, 8 типтәр йәшәй[3]. Керҙәштәр[4] сығышы менән Байлар улусының аҫаба башҡорттарынан.
1859 | 1886 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
765 | 866 | 1033 | 1387 | 1190 | 742 | 707 | 761 | 784 | 651 | 540 | 549 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абдуллин Әнәс Нәзип улы (1947), сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер-технолог. 1972 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Авангард» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре; 1995 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары; 2000 йылдан «Каустик» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған химигы[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 581. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Ҡырғыҙ улусы керҙәштәре.
- ↑ Свободная энциклопедия Урала. Абдуллин Анас Назипович 2022 йыл 17 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 июль 2022)