Әбсәләм (ауыл, Татарстан)

Әбсәләм — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Әбсәләм ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Әбсәләм
татар. Әбсәләм
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Ютазы

Ауыл биләмәһе

Әбсәләм

Координаталар

54°34′04″ с. ш. 53°25′10″ в. д.HGЯO

Халҡы

909[1] кеше (2000)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423957

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 254 000 002

Код ОКТМО

92 654 401 101

Номер в ГКГН

0142812

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әбсәләм (Рәсәй)
Әбсәләм
Әбсәләм
Әбсәләм (ауыл, Татарстан) (Татарстан)
Әбсәләм

География үҙгәртергә

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайыштараҡ 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих үҙгәртергә

Әбсәләм — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.

1859 йылда мәсет, ХХ быуат башында 2 һыу тирмәне теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ауылда ир енесле 72 йән башҡорт һәм 74 йән типтәр; 1816 йылда — 61 йән башҡорт һәм 67 йән типтәр; 1834 йылда — 92 йән аҫаба башҡорт, 92 йән керҙәш башҡорт һәм 115 йән типтәр; 1859 йылда — 673 башҡорт йәшәй. Керҙәш башҡорттар сығышы менән Бүләр улусы Биксәнтәй ауылының элекке аҫабаларынан[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
179518591886189719261938194919581970197919892000
1356376048079251098728724689757941909

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; төҙөлөш конструкциялары һәм материалдары комбинаты эшләй. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 578—579. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.