Бабоғлу Николай Игнатьевич
Николай Игнатьевич Бабоғлу (икенсе төрлө Бабоғло) (ғағ. Nikolay Baboglu) (1928 йылдың 2 майында Ғағауыз илендә Татар Ҡыпсаҡ ауылында тыуған — 2008 йылдың 26 авгусында Кишинёвта вафат булған) — ғағауыз яҙыусыһы, шағир, фольклорсы, педагог, ғағауз теле дәреслектәре (бер туған ағаһы менән Игнат Бабоғлу менән бергә) авторы, тәржемәсе, публицист. Ғағауыз әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы корифейҙарының береһе. Дионис Танасоғлу менән бергә ғағауз прозаһының оло вәкиле булып тора.
Бабоғлу Николай Игнатьевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Тыуған көнө | 2 май 1928 или 1928[1] |
Тыуған урыны | Копчак[d], Кагульский уезд[d], Румыния короллеге |
Вафат булған көнө | 26 август 2008 |
Вафат булған урыны | Кишинёв, Молдова |
Һөнәр төрө | шағир |
Балалыҡ йылдары. Йәшлеге
үҙгәртергәБуласаҡ яҙыусы Молдавияның көньяғында урынлашҡан Ҡыпчаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һуңғараҡ ғағауз яҙыусыһы һәм Николай Бабоғлуҙың дуҫы Дионис Танасоғлу уның тыуыуы тураһында бына нимә бәйән итә:
Бик күркәм ғағауыз ауылы Ҡыпчаҡта, ҡояшлы Буҫаҡ Буджак далаһының үҙәгендә, 1928 йылдың айлы төнөндә, кәрҫтиән ғаиләһендә… Николай исемле ир бала тыуған. Ул ваҡытты кем генә әйтә алыр ине икән, шул бәләкәй генә өйҙә буласаҡ йондоҙло яҙыусы тыуғанын?
Бала сағынан уҡ малай белемгә ынтыла, һуңғараҡ был йылдар яҙыусының «Божьим соизволением» хикәйәһендә тасуирлана, һәм уның геройын тулыһынса авторҙың үҙенә оҡшатырға мөмкин. Малай мәктәптә фәҡәт унлыларға ғына уҡый, балаға Закон Божий дәрестәре айырыуса һәйбәт бирелә. Һәм атаһы уны Руханиҙар әҙерләүсе Духовная семинария уҡыу йортона бирергә була (тәбиғи, бында башҡа маҡсаттар ҙа күҙ уңында тотолған - руханилыҡ вазифаһы ҙур йәмәғәт абруйына килтерә һәм ошо кешеләргә интекмәй йәшәү мөмкинлеген бирә). Нисек кенә булмаһын, юлында осраған барса кәртәләрҙе үтеп, буласаҡ яҙыусы семинария стеналарына инә алған. Шунда: "Божьим соизволением (Николай Бабоғлу хикәйәһе)" мәҡәләһен ҡарағыҙ. Әммә был дини уҡыу йортонда Николайға оҙаҡ уҡыу мөмкинлеге теймәй. 1940-сы йылдар килеп етә, Бессарабияға совет ғәскәрҙәре инә. Дини карьера хаҡындағы ниәт шунда уҡ юҡҡа сыға, һәм Николай башҡа юл һайлай — ауыл мәктәбендә балалар уҡытыусы ябай совет педагогы булып эшләй.
1950-се йылдар. Тәүге әҙәби тәжрибәләре
үҙгәртергәНиколай Игнат улы Бабоғлу даими әҙәби эш менән 1950-се йылдар башында шөғөлләнә башлай. Уның тәүге шиғри тәжрибәләре был дәүерҙең шуға оҡшаш совет шиғырҙарынан әллә ни айырылып та тормаған.
Әҙәби өлгөргәнлек йылдары. Һуңғы осор
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Әҫәрҙәре исемлеге
үҙгәртергәПовесы
үҙгәртергә- «Гвоздики расцвели вновь» романы
Шиғырҙар йыйынтығы
үҙгәртергә- шиғыр йыйынтығы «Песни родного края»
Пьесалары
үҙгәртергә- «Свечи за здоровье» пьесаһы
Тәржемәләр
үҙгәртергәНиколай Бабоғлу урыҫ әҙәбиәте өлгөләрен: Александр Сергеевич Пушкин, Михаил Юрьевич Лермонтов, Иван Сергеевич Тургенев, Михаил Александрович Шолохов, румын әҙәбиәте һәм молдавия яҙыусыларының: Михай Эминеску, Крянгэ, Емилиан Нестерович Буков һ. б. әҫәрҙәрен туған ғағауыз теленә тәржемә иткән[2]).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Гагаузская литература
- Карачобан, Дмитрий Николаевич
- Танасоглу, Дионис Николаевич
- Гагаузская поэзия
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Булгар С. Гагаузские судьбы. Кишинев, 2003. С. 120—124
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Булгар, С. Николай Бабоглу // Булгар С. С. Буджакские судьбы. Кишинев — 2006 г. 2020 йыл 15 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография на сайте Gagauzy.Com 2020 йыл 15 апрель архивланған.
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.