Башҡорт дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты
(БДМИ битенән йүнәлтелде)

Башҡорт дәүләт медицина университеты — юғары һөнәри белем биреү дәүләт учреждениеһы. 1995 йылда «университет» статусын ала һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буйһона.

Башҡорт дәүләт медицина университеты
(1995 йылдан)
(БДМУ)
Халыҡ-ара исеме

Bashkir State Medical University

Элекке исеме

Башҡорт дәүләт медицина институты (1932—1995)

Асылған йылы

1932

Ректор

Павлов В. Н.

Урынлашыуы

Башҡортостан Өфө

Юридик адресы

Ленин ур, 3, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Сайт

http://www.bgmy.ru/

1932 йылдың 15 ноябрендә республикала өсөнсө юғары уҡыу йорто — Башҡортостан медицина институты асыла. Институт асыуҙа Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма комитетына Башҡортостан вәкиле сифатында эшкә күсерелгән, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары булып эшләгән Ғ.Ғ. Ҡыуатовтың хәстәрлеге ҙур. Институтты аяҡҡа баҫтырыуҙа уның тәүге директорҙары С. Трайнин, Ғ. Тереғолов, И. Геллерман, В. Романкевичтар ҙур көс һала. Уҡытыусылар Дәүләтов Әхмәт-Сәғәҙәт Гәрәй улы, З. Ихсанов, С. Лоҡманов, А. Самцов һәм башҡалар тырышып эшләй.

Институт асылғанда дауалау факультеты ғына була, уға 320 студент ҡабул ителә. Шуларҙың 82 генә врач дипломы ала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институттың уҡытыусылары һәм студенттары фронтҡа китә. 62 кеше һуғышта һәләк була.

Һуғыштан һуң институт әүҙем үҫеш ала. Педиатрия, стоматология һәм фармацевтика кеүек яңы факультеттар асыла. Табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультеты һәм рабфак эшләй башлай.

Института 5 меңдән ашыу студент уҡый, 500 тирәһе уҡытыусы эшләй, уларҙың 60-ҡа яҡыны профессор һәм фән докторы.

Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә