Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһындағы филармония
(БГФ битенән йүнәлтелде)

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһындағы филармония. 2009 йылдан композитор Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов исемен йөрөтә.

Филармония
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө, Гоголь урамы, 58
Координаталар
Архитектура стиле Неоклассицизм
Төҙөүсе архитектор Буждан
Нигеҙләнгән 20 ғинуар, 1939
Сайт Рәсми сайт

Филармония тарихы

үҙгәртергә

Филармония Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 1939 йылдың 20 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә асыла. Филармония булдырыуҙың рәсми маҡсаты — республика халҡының сәхнә, музыка, хореография сәнғәтенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Филармонияның төп эшмәкәрлеге урыҫ һәм Европа музыка һәм әҙәби классиканы, Башҡортостан халыҡтары музыкаһы, халыҡ сәнғәте, заман композиторҙары һәм яҙыусылары әҫәрҙәре үҫешен дәртләндереүгә йүнәлтелә.

Башҡорт дәүләт филармонияһының 1930-1940-сы йылдарҙа нығыныуы Диана Нурмөхәмәтова, Хәбир Ғәлимов, Баныу Вәлиева, Ғабдрахман Хәбибуллин исемдәре менән бәйле. Үҫешкән ваҡытында филармонияла Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева, Бәхти Ғайсин, Илфаҡ Смаҡов, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков кеүек эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Филармонияла төрлө ансамблдәр ижады үҫешә — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (художество етәксеһе — Фәйзи Ғәскәров), музыкаль-әҙәби лекторий, хор һәм ҡурайсылар ансамбле, ике оркестр, оперетта һәм эстрада-цирк бригадаһы.

1948 йылда Концерт залы (хәҙер Бәләкәй зал) асыла, унда 1986 йылда «Sauer» немец фирмаһының органы ҡуйыла.

1970 йылда филармония тағы бер яңы ижади коллективҡа күбәйә — Дәүләт Хор капеллаһы (художество етәксеһе — Таһир Сәйфуллин). Һуңынан капелла Академик тип атала башлай. Филармонияла шулай уҡ Святослав Рихтер, Даниил Шафран, Андрей Корсаков, Бородин исемендәге квартет, Олег Янченко, Наум Латинский, Татьяна Гринденко сығыш яһай.

1984 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залы асылды.

1980-се йылдар джаз ваҡыты тип һанала, уны «Дуҫтар» коллективы үҫтерә (етәксеһе — саксофонист Марат Юлдыбаев). Киләсәктә Өфө джазы Олег Киреев тырышлығы менән үҫешә. 1998 йылда филармонияла Георгий Маркоров (унан һуң Олег Касимов) етәкселегендә эстрада-джаз оркестры эшләй башлай.

Хәҙерге заман

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында ике концерт залы: 300 урынлыҡ Кесе (Орган), архитекторы Александр Фаворский, һәм 633 урынлыҡ Ҙур зал эшләп килә.

Филармония сәхнәһендә билдәле йырсылар Флүрә Килдейәрова, Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Фәдис Ғәниев, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Вәкил Йәләлетдинов (аккомпаниатор Рөстәм Ҡуҙашев менән), ҡурайсы Азат Айытҡолов, органда уйнаусы Владислав Мортазин, тасуири уҡыусы Лилиә Фәтихова. Башҡорт музыка мәҙәниәтен үҙенсәлекле интерпретация менән «Йәдкәр», «Каруанһарай», «Далан», «Ихлас» эстрада төркөмдәре пропагандалай. «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» юмористик коллективы уңышлы сығыш яһай. Шулай уҡ йәштәр Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғайзуллин). Поэмаларҙы Әнисә Яхина уҡый.

Филармонияның Ҙур залында төрлө музыкаль ваҡиғалар — Халыҡ-ара камера һәм симфоник музыка фестивале, Халыҡ-ара «Алһыу ҡаплан» джаз фестивале уҙғарыла. Ҙур зал сәхнәһендә даими рәүештә Рәсәй Милли филармония оркестры һәм «Мәскәү виртуоздары» Дәүләт камера оркестры, «Яңы Рәсәй» дәүләт симфоник оркестры, «Мәскәү солистары» камера оркестры, Дмитрий Хворостовский, Денис Мацуев, Граф Муржа концерттар бирә.

Филармония бинаһы

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһы аһәңле архитектура комплексын тәшкил итә, Өфөнөң иҫтәлекле архитектураһы исемлегенә инә.

Тәүҙә был урында (Гоголь урамы, 58 йорт) ағас синагога урынлашҡан[1], ул XIX быуат аҙағында төҙөлгән. 1930 йылда синагога ябыла, йорт НКВД-ға тапшырыла, бина төҙөкләндерелеп һәм киңәйтелеп, М. С. Погребинский исемендәге клубҡа бирелә.

1939 йылда синагога йортона Урыҫ драма театры индерелә.

Бәләкәй зал бинаға һуғыштан һуң ҡушып төҙөлә. Төҙөлөштә немец хәрби әсирҙәре ҡатнашҡан[2]. Урыҫ театры Ленин майҙанындағы бинаға күскәс, бында бөгөнгө көнгә тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлаша.

Филармония коллективтары

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры 2001 йылдың март айында ойошторолдо. Нигеҙ һалыусыһы һәм художество етәксеһе — Рәмил Ғайзуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө
  • Әҙәби-музыкаль лекторий (1941 йылдың ҡышында әҙәбиәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса лекторий асыу Башҡорт АССР-ы мәҙәни һәм сәйәси тормошонда иҫтәлекле ваҡиға булған)
  • «Далан» фольклор-эстрада төркөмө. 2000 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, халыҡ артисы Артур Туҡтағолов инициативаһы менән барлыҡҡа килгән
  • Эстрада-джаз оркестры. 1998 йылда джазмен Олег Киреев һәм йырсы Ринат Баимов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән төҙөгән
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Академик хор капеллаһы
  • «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк» эстрада-юмористик төркөмө.

Филармония директоры — Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллин (2015 йыл).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә