Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы

Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы (11 февраль 1967 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997) һәм халыҡ (2008) артисы.

Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы
Тыуған

11 февраль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (53 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Борай районы Борай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт филармонияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)

БиографияһыҮҙгәртергә

Фәдис Рәхимйән улы Ғәниев1967 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған.

Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған (профессор М. Ғ. Мортазина класы). 1989 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында[1] солист-вокалист булып эшләй, артабан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова менән дуэтта йырлай.

Сәхнә эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Композиторҙар Рөстәм Яхин, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Сәлих Сәйҙәшев («Хуш ауылым»), Руза Сәхәүетдинова, Урал Рәшитов, Ризуан Хәкимов («Әйтмә һин ауыр һүҙ»), Наил Шәймәрҙәнов һәм Рәйес Ханнановтың («Уфтанма») йырҙарын башҡара.

Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Аһ, Ырымбур ҡалаһы», «Шахта», «Сәрмән», «Хәмдиә» урын алған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Бөтә Союз «Татар жыры» конкурсының беренсе премияһы (1991)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә