Аҡ мәсет (рус. Белая мечеть, Силәбе ҡалаһының 129-сы йәмиғ мәсете) — Силәбе ҡалаһының Үҙәк районында урынлашҡан мәсет. Ул 1890—1899 йылдарҙа төҙөлә[2]. Елькин урамы, 16 адресы буйынса урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

Аҡ мәсет
Нигеҙләү датаһы 1890
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Челябинск (часть 1)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться улица Елькина, 16
Карта
 Аҡ мәсет Викимилектә

1863—1894 йылдарҙа Силәбелә мосолмандар һаны яҡынса 5 тапҡырға артҡан. Был Азия урамында (хәҙер Елькин урамы) компактлы йәшәгән башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың һаны артыуы иҫәбенә булған. Шуға бәйле мулланы тәғәйенләү һәм ҡалала мәсет төҙөү мәсьәләһе тыуған. 1883 йылдың 30 мартында мосолмандар М. М. Сәлимовты имам итеп һайлай, ә 1884 йылдың 30 апрелендә диндарҙар Йәмиғ мәсетен төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Силәбе полиция идаралығы губерна идаралығына планды ҡарауға тапшырмайынса һәм мосолмандар төҙөлөшкә ер участкаһы бүлеүгә өлгәшмәйенсә төҙөлөш эштәренең рөхсәт ителмәүе хаҡында иғлан иткән[2]. Силәбе эшҡыуары Закир Ғәлиев ҡала думаһы ойошторған махсус комиссиянан рөхсәт алғандан һуң 1890 йылда башланған мәсет төҙөлөшөнә Азия урамында үҙ участкаһын биргән[3]. 1894—1896 йылдарҙа диндарҙар ваҡытлыса төҙөлгән ағас мәсеттә намаҙ уҡый[2].

Төҙөлөш 1899 йылда тамамлана. Беренсе мәзин итеп Исхаҡ Хөсәйенов һайлана[3]. Мәсет эргәһендә мәктәп өсөн өс бина ҡалҡып сыға. Һуңыраҡ уларҙа мәҙрәсә урынлаша[2]. 1906 йылда мәсет эргәһендә китапхана асыла (хәҙерге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы).

Октябрь революцияһынан һуң мәсет дәүләт милке тип иғлан ителә. Уны теркәлгән мосолмандар ойошмаһына ваҡытлыса ҡулланыуға тапшырғандар. Диндарҙар совет власы менән мөнәсәбәттәр булдырырға маташа. 1922 йылда Силәбе губерна асығыусыларға ярҙам итеү мосолман комиссияһы ойошторола. Шул уҡ йылдың 25 мартында улар тарафынан «Аслыҡ мәжбүр итте» хәйриә спектакле менән сығыш яһай. Имам-ахун Сәлимйән Урманов асығыусыларға ярҙамға аҡса йыйырға саҡыра. Байтаҡ аҡса йыйыла[2]. Әммә 1924 йылда Урманов 4 йылға хөкөм ителә, сөнки ул зәҡәт рәүешендә алынған һалымдарҙы түләмәгән. Аҡ мәсет Силәбелә дингә ҡаршы пропаганда үҙәктәренең береһенә әүерелгән. 1928 йылда мулла Исмәғилев вазифаһынан бушатыла. Мәсетте ябыу тураһында мәсьәлә йышыраҡ күтәрелә башлай[4].

1930 йылдың 21 февралендә мәсет ябылыуы раҫлана. Мосолмандар ойошмаһы үҙ-үҙен таратыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Бина «нацмендар клубына» тапшырылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәсеттә Өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы фондтары урынлашҡан. 1980 йылдар уртаһына тиклем мәсет бинаһы хужалыҡ ихтыяждары өсөн ҡулланылған. Уны тейешле кимәлдә тәрбиәләмәгәндәр, һөҙөмтәлә көмбәҙе һәм манараһының ҡайһы бер өлөштәре емерелгән[2]. Әммә һуңынан бина Өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыла, мәсеттең тәүге ҡиәфәте тергеҙелә. Унда Көньяҡ Урал халыҡтары музейы бинаһын урынлаштырыу планлаштырылған.

1988 йылдың 16 авгусында ҡала башҡарма комитеты мосолман ойошмаһын теркәүҙе һорап мөрәжәғәт итә. 1989 йылдың яҙында мәсет бинаһы мосолмандарға кире ҡайтарыла. Мәсеттең имамы — Бирдәүә Заһретдинов була.

2005 йылда Ринат хәҙрәт Раев мәсеттең баш имам-хатибы итеп һайлана[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение исполнительного комитета Челябинского областного Совета депутатов трудящихся № 371 от 20.09.1977
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Соборная мечеть г.Челябинск. cdum.ru. Дата обращения: 4 июль 2022.
  3. 3,0 3,1 Соборная мечеть «Ак-мечеть» в Челябинске. Культура.РФ. Дата обращения: 4 июль 2022.
  4. Мусульманская мечеть - ГНПЦ по охране культурного наследия Челябинской области. www.gnpc74.ru. Дата обращения: 4 июль 2022. 2022 йыл 5 июль архивланған.

Ҡалып:Мечети России