Аҡһары
Аҡһары (рус. Аксарово) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 321 кеше[3]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835011.
Аҡһары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мораптал ауыл советы |
Халыҡ һаны |
335 кеше (2002)[1], 310 кеше (2009)[1], 321 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453365 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 89 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 459 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 369 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 241 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 160 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 335 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 321 | 165 | 156 | 51,4 | 48,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 26 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Отрада): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мурапталово): 4 км
Урамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәӘ.З.Әсфәндиәров буйынса
үҙгәртергәАҡһары һәүен түбәһенә ҡараған һәм Бөрйән улусының айырым бер өлөшөндә урынлашҡан. Ысынында иһә ауыл Һәүен -Ҡыпсаҡ улусына ҡарай, ләкин уның биләмәһе Бөрйән улусына күскән, шуға күрә ҡыпсаҡтар уның керҙәштәре булып китә. Ауыл 1789 йылдан билдәле, 6 йылдан һуң 10 йортлы ауылда 52 кеше йәшәгән. X ревизия һөҙөмтәһендә унда 82 йорт була, унда 257 ир-ат һәм 250 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Һуңынан бында Этҡол, Һөйөш, Санъяп ауылдарынан өс ғаилә күсеп килә. 1920 йылда ул Көйөргәҙе улусында була, 109 йортта 218 ир-ат һәм 241 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
1816 йылғы VII ревизия һөҙөмтәһендә Аҡһарайҙың улдары — 70 йәшлек Псәнчи, 57 йәшлек сотник Күҫәк, 54 йәшлек Күскилде, 52 йәшлек Күсәрбай, 51 йәшлек Әлибай, 34 йәшлек яҫауыл Мөхәмәтрәхим Аҡһариндар күрһәтелгән.
1842 йылда 9-сы кантондың 28-се йортона ҡараған 244 кешегә яҙғы игендең 139 сиреге (1112 бот) сәселә. Ауылда ужым игенен сәсмәгәндәр. Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[6].
- Тағы тарихы[7]
Тарихы
үҙгәртергәАҡһары ауылы Отрада ауыл Советына инә, Туғыҙтимер һәм Оло Юшатыр йылғаһы буйында, район үҙәгенән 26 км көньяҡта, Мораптал тимер юлы станцияһынан 4 км төньяҡта һәм Өфө — Ырымбур автомобиль юлы трассаһында урынлашҡан. Халҡы 1920 йылда 459, 1939—369 ,1959 — 241, 1989—160, 2002 йылда 335 кеше тәшкил иткән. Башҡорттар йәшәй (1989). Ауыл Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына ҡарай. Төп дөйөм урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, клуб эшләй.
Ауыл бик төҙөк. Йыраҡ түгел Юшатыр йылғаһын быуып, матур быуа эшләнгән. Юшатыр йылғыһының теге яғында Юшатыр ауылы урынлашҡан.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылында яҡшы ремонттан һуң ауыл клубы яңынан асылды[8]
Видеофильмдар
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ҡотләхмәтов Рим Йәүҙәт улы (1.08.1959), хеҙмәт алдынғыһы. Элекке Салауат исемендәге колхоздың, хәҙерге Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997)[12].
- Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Ер-һыу атамлары
үҙгәртергәҺылтанма буйынса уҡығыҙ[13]
Ауыл фотоһы
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 74 — 75 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 426-сы биттәр.
- ↑ [1]
- ↑ 1-се бүлек YouTube сайтында Видео
- ↑ 2-се бүлек YouTube сайтында Видео
- ↑ 3-сө бүлек YouTube сайтында Видео
- ↑ Заслуженные работники РФ и РБ(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2019)
- ↑ Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 427—428-се биттәр.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://yshatir.ru/?page_id=105 2011 йыл 28 май архивланған.