Аҡҡарға (тау)
Аҡҡарға (рус. Аккарга) — тау, Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан.
Аҡҡарға | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Урынлашыуы
үҙгәртергәАҡҡарға тауы Ырымбур өлкәһенең иң көнсығыш төбәгендә, Азия өлөшөндә, Светлый районы Восточный ҡасабаһы янында, Рәсәй менән Ҡаҙағстан сигенә яҡын урында урынлашҡан. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, Восточный ҡасабаһында хәҙерге көндә йәшәгән төрлө милләттәр араһында урыҫтар — 62 %, ҡаҙаҡтар — 18,5 %, башҡорттар иһә 3,5 % процент тәшкил итә.
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәттәрҙгә ҡарағанда, тауҙың атамаһы ҡаҙаҡ телендәге телендәге аҡ (төҫ) һәм ҡарға (ҡош) һүҙҙәренән алынған. Мәгәр был төбәк боронғо башҡорт ерҙәренә ингән булған, шуға күрә уның башҡорт теленән ингән булыуы ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡтыр, сөнки географик атамалар бик үҙгәреп бармаусан[1]
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Ырымбур өлкәһендәге тарихи башҡорт ерҙәренә ҡаҙаҡтарҙың күсеп килә башлауына XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан башлап, Рәсәй дәүләте составына ҡаҙаҡ ҡәбиләләрен үҙ ирке менән индеүе тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң рөхсәт бирелгән, улар был ерҙәрҙе әүҙем үҙләштерә башлаған. Ҡаҙағстан ерҙәрендә позицияларҙы нығытыу өсөн 1734 йылдың майында Сенаттың обер-секретары И. К. Кирилов етәкселегендә Ырымбур экспедицияһы ойошторола. Комиссия бурысы — Рәсәй составына ингән ерҙәрҙе бөтә яҡлап өйрәнеү, тәбиғәт ресурстарын разведкалау, Орск ҡәлғәһе ҡороу, рус һәм ҡаҙаҡ биләмәләре араһында яңы сикте билдәләү. 1735 йылда рус-ҡаҙаҡ сәйәси һәм сауҙа бәйләнештәрен үҫтереүҙә мөһим әһәмиәткә эйә булған Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына[2]. Тап ошо ҡалала, Яйыҡ йылғаһының һул ярында, Рәсәйҙең Европа менән Азия араһындағы сикте белдергән тәүге тамға — «Европа — Азия» обелискыһы тора[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аккарга//Природа Оренбургской области 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Началось присоединение Казахстана к России//Президентская библиотека
- ↑ Основные сведения об Оренбургской области(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.
- Топонимика Оренбуржья: Тезисы докладов научно-практической конференции. — Оренбург, 1983.
- Мурзаев Э. М. Словарь народных географических терминов. М., 1984.
- Мурзаев Э. М. География в названиях. М.,1982.