Аҡөбәков Мәһәҙей Аллағол улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры. Сержант
(Аҡубаев Мәһәҙей Аллағол улы битенән йүнәлтелде)

Аҡөбәков Мәһәҙей Аллағол улы (рус. Акубаков Магадий Аллагулович; 1913 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры. Сержант[1].

Аҡөбәков Мәһәҙей Аллағол улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Йәлембәт ауылы, Стәрлебаш районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәһәҙей Аллағол улы Аҡубаев 1913 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы) Йәлембәт ауылында тыуған.

Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Сержант Аҡубаев Мәһәҙей Аллағол улы Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалелерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры булып хеҙмәт итә[1].

  1942 йылдың 21 ноябрендә барған алыштарҙа, үҙенең ПТР-ынан ут асып, дошмандың станковый пулемётын ҡырҙы, ә 23 ноябрҙә ҡылыссылар менән һөжүм иткәндә, өс немецты винтовканан атып үлтерҙе.

1942 йылдың 6 декабрендә оборонала дошмандың тағы ике һалдатын юҡ итте[2].

 

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)[3]

Аҡубаев Мәһәҙей Аллағол улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә