Аҡтамыр
Аҡтамыр | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Elytrigia Desv. | ||||||||||||
|
Аҡтамыр (рус. Пырей, лат. Elytrígia) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Был төрҙәр Евразияның уртаса бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайыш райондарындарында үҫә.
Таралышы
үҙгәртергәЯҡынса 30 төрө билдәле, ике ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: төклө аҡтамыр., тиле аҡтамыр, һырылыусан аҡтамыр. Башҡортостандың бөтә биләмәһендә тиерлек ҡырсынлы һәм ташлы далалы битләүҙәрҙә үҫә, бәҫле аҡтамыр һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән уртансы аҡтамыр, башлыса Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында һирәкләп осрай.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәКүп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы йәки кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе үлән. Һабағы төҙ, нәҙек, яланғас, шыма, бейеклеге 30—120 см. Япрағы төрөлгән, һирәгерәк яҫы, өҫтән — төклө йәки ҡытыршы, йәшел, аҫтан — шыма, күгелйем йәшел. Сәскәһе 2—10‑ар, ултырма башаҡҡа йыйылған, күсәрҙә ике рәт булып урынлашҡан. Башаҡ тәңкәһе ланцет йәки оҙонса ланцет формаһында, нигеҙендә — арҡыры уйым, аҙ ғына беленеп торған һеңерсәләр һәм һиҙелер‑һиҙелмәҫ киль менән; аҫҡы сәскә тәңкәһе — ҡылсыҡлы йәки ҡылсыҡһыҙ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, август—сентябрҙә өлгөрә.
Ботаник классификация
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ҡайһы бер төрҙәре:
Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы
үҙгәртергәАҡтамырҙың күп төрҙәре — ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлектәре, ҡайһы берҙәре — ҡый үләндәре. Айырыуса һырылыусан аҡтамыр (тамырһабаҡлы ҡыяҡлы үҫемлек) таралған, ул төрлө экологик шарттарҙа ҡалдауҙарҙа, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында үҫә, болондарҙың үҫемлектәр япмаһына инә, мал аҙығы үҫемлеге; ауыл хужалығы малдары уны көтөүлектәрҙә һәм бесән менән ашай. Составында витаминдар, сапониндар, флавоноидтар бар.
Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Тамырһабағында крахмал, шәкәр, аскорбин кислотаһы, каротин, шулай уҡ аҙ өйрәнелгән гликозидтар бар. Дарыу сифатында тамырһабаҡ ҡулланыла, уны иртә яҙҙа йәки ҡара көҙҙә йыйырға кәрәк, сөнки был осорҙар араһында унда зарарлы матдәләр барлыҡҡа килә. Ауырыуҙы баҫыусы, бәүел ҡыуалаусы, ҡанды туҡтатыусы, ҡаҡыртҡыс һәм тәьҫиргә эйә. Тибет медицинаһында үҫемлектең башлыса йәшел өлөштәре генә ҡулланыла[1].
Сәсеүлектәрҙә һырылыусан аҡтамыр — ҡотолоуы ауыр булған тамырһабаҡлы ҡый үләне. Тамырһабаҡтан һәм орлоҡтан үрсей (күп һанлы үренделәре булған бер үҫемлек йәшәү һәләтен тупраҡта 12 йылға тиклем һаҡлаусы 10 меңгә тиклем орлоҡ бирә).
Көрәш саралары
үҙгәртергәЕмеш-еләк-орлоҡ сәсеүәйләнешен үҙләштереү, ер эшкәртеү системаһын, гербицидтар ҡулланыу. Уртансы аҡтамыр — мал аҙығы культураһы. 1000 орлоғоноң ауырлығы 4,8—6,5 г. Ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек, үҫтереү өсөн аҙ татырлы, эрозияланған тупраҡ яраҡлы. Иртә сабылғандан һәм ашатылғандан һуң яҡшы үҫә.
Төп элгәрҙәре
үҙгәртергәЙәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡ культуралары һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙҙа ҡаплаусы культураларһыҙ сәселә. Орлоҡто сәсеү нормаһы (кг/га): рәт ысулы менән сәскәндә (мал аҙығына) — 18—20, киң рәтләп (орлоҡҡа) — 7—8, күмдереү тәрәнлеге — 2,0—2,5 см. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 300—330, бесән — 30—35, орлоҡ — 5—7; 100 кг бесәндә 58,6 аҙыҡ берәмеге, 6,5 кг үҙләштерелеүсе протеин бар. Аҡтамыр битләүҙәрҙәге мал аҙығы ерҙәрен болонға әйләндереү, культуралы сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырыу өсөн ҡулланыла.
Былар ҡыҙыҡлы
үҙгәртергә- Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған башҡорт халҡын аҡтамыр үҫемлегенә оҡшатҡан: Mилләтте аҡтамыр киҫәгенә тиңләп, бер тамыры ғына ҡалғанда ла уның ҡабат ишәйеүен күҙаллай'[2][3]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мартыненко В. А., Груздев Б. И. Определитель сосудистых растений окрестностей Сыктывкара. — Екатеринбург: УрО РАН, 2005. — С. 211.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Пырей // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Аҡтамыр GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) Проверено 1 января 2009 г.
- Аҡтамыр: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) Проверено 1 января 2009 г.
Аҡтамыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |