Аҡсурин Йософ Хәсән улы

Аҡсурин Йософ Хәсән улы (Йософ Акчура, татар. Йосыф Акчура, Йосыф Хәсән улы Акчурин; 29 ноябрь 1876 йыл, Сембер11 март 1935 йыл, Истанбул) — нәшерсе, яҙыусы, журналист, тарихсы, төрөк милләтселек идеологтарының береһе.

Аҡсурин Йософ Хәсән улы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-latn" does not exist.
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Ғосман империяһы
 Төркиә
Тыуған көнө 2 декабрь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2]
Тыуған урыны Ульяновск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 март 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Ерләнгән урыны кладбище Эдирнекапы[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Төрөк теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, яҙыусы, журналист, университет уҡытыусыһы, тарихсы, публицист
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[3] һәм тарих[3]
Эш урыны Истанбул университеты[d]
Турецкая историческая организация[d]
Турецкий Красный Полумесяц[d]
Биләгән вазифаһы Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Военный лицей Кулели[d]
Төркиә хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республика халыҡ партияһы[d] һәм Иттифак аль-Муслимин[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Yusuf Akçura
 Аҡсурин Йософ Хәсән улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәшлек йылдары

үҙгәртергә

1876 йылдың 29 ноябрендә Сембер ҡалаһында бай татар ғаиләһендә тыуған. Татар сауҙагәрҙәре Аҡчуриндар нәҫеленән. Атаһы вафат булғандан һуң әсәһе Йософто Төркиәгә алып китә (табиптар климат алмаштырырға кәңәш итә). Мәктәпте Истанбулда тамамлай. 1895 йылда Harbiye mektebi хәрби училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, ул генераль штаб офицерҙары әҙерләү курсына уҡырға инә. Әммә курсты тамамлай алмай, сөнки солтан Әбделхәмит II-гә ҡаршы заговор өсөн үлем язаһына хөкөм ителә, яза Триполитанияның кеше йәшәмәгән райондарына ғүмерлек һөргөн менән алмаштырыла. Һөргөндә уҡытыусы һәм писарь булып эшләй.

1899 йылда һөргөндән Тунисҡа ҡаса, ә унан Парижға күсә. Шунда тәүге тапҡыр төрөк милләтселеге яҡлаусыһы булараҡ сығыш яһай.

Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1903 йылда Рәсәйгә ҡайта, Ҡазанда йәшәй. Ҡазан мәҙрәсәһе «Мөхәммәҙиәлә» тарих уҡыта, «Казан мухбире» («Ҡазан хәбәрсеһе») гәзитендә мөхәррир булып эшләй, «Иттифаҡ әл-Муслимин» либераль-демократик партияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм етәксеһе була. 1904 йылда төрөк телендә үҙенең иң билдәле «Сәйәсәттең өс төрө» (тур. Siyaset Üç Tarzı) хеҙмәтен яҙа, ул «Төрөк» исемле Мысыр журналында баҫылып сыға. Ул был хеҙмәтендә төрөктәрҙе мультиэтник Ғосман империяһын ҡалдырырға һәм төрөк милләтселегенә һәм пантюркизмға мөрәжәғәт итергә саҡыра. Башта уның идеялары экстремистик тип һанала, ләкин әкренләп һаман ҙурыраҡ популярлыҡ яулай. Ҡазан конституцион демократтар партияһы комитеты составына инә. 1906 йылда был партияның 2-се съезы эшендә ҡатнаша, уның Үҙәк Комитетына һайлана. «Иттифаҡ әл-муслимин» партияһы менән Дәүләт думаһындағы кадеттарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе яҡлы.

1908 йылда Йәш төрөктәр инҡилабынан һуң Төркиәгә кире китә. Türk yurdu (Төрөк йорто) журналын баҫтыра, Истанбул университетында сәйәси тарихты уҡыта. Аҡсуриндың мәҡәләләре Рәсәйҙә, татар баҫмалары — «Шура» («Кәңәш») журналында һәм «Ваҡыт» гәзитендә баҫылып сыға.

Беренсе донъя һуғышы йылдарында Үҙәк державалар менән хеҙмәттәшлек итә, 1915 йылдың ноябрендә Австрия хөкүмәте тарафынан ҡабул ителә[4].

1920-се йылдарҙа Төркиә республикаһы үҫешенә ярҙам итә: мәжлес депутаты итеп һайлана, сәйәсәт һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Мостафа Кәмалдың кәңәшсеһе булып тора, уның донъяуи Төркиә төҙөү сәйәсәте яҡлы була. Истанбул университеты профессоры.

1931 йылда Аҡсурин етәкселегендә Төркиә тарихи йәмғиәте ойошторола, 1932 йылда ул Беренсе Төрөк тарихи конгресы эше менән етәкселек итә.

Йософ Аҡсура Эдирнекапы зыяратында (Истанбул, Төркиә) ерләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Истанбул мәктүптәре (китап)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #24609769 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Akçura, Yusuf // Чешская национальная авторитетная база данных
  4. ГАРФ. Ф. Р5325, Оп. 4с, Д. 482, л. 3 об.

Һылтанмалар

үҙгәртергә