Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы
Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы (рус. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич; 1902 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының кавалерист-миномётсыһы. Ҡыҙылармеец[1].
Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған урыны | Әбйәлил районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХажғәли Аҡмырҙа улы Аҡмырҙин 1902 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тәңгәүер улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Юлдаш ауылында тыуған.
Һуғышҡа тиклем Әбйәлил МТС-ында тракторсы булып эшләй.
1941 йылдың июнендә Әбйәлил районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[2].
Ҡыҙылармеец Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының кавалерист-миномётсыһы була.
1942 йылдың 5 июненән алып 30 ноябренә саҡлы, 1943 йылдың 8 авгусынан алып 8 сентәбргә тиклемге арауыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 6 ноябрендә сыҡҡан 223/150-се һанлы бойороғона ярашлы, дүрт орденлы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы рядовойы ҡыҙылармеец Аҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].
Һуғыштан һуң тыуған Әбйәлил районындағы Молотов исемендәге колхозында (келәт) кладовой мөдире булып эшләй[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1947)[3]
Хәтер
үҙгәртергәАҡмырҙин Хажғәли Аҡмырҙа улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Әбйәлил районы Юлдаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Акмурзин Хажгали Акмурзаевич 2021 йыл 26 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Абзелиловский район, т. 1, 2001 ISBN 5-295-02997-2