Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы
Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы (рус. Акубаков Ганафий Закирович; 1910-?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант. 1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[1].
Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Һабай, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәнәфи Закир улы Аҡкөбәков 1910 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡауарҙы ауыл Советы) Һабай ауылында тыуған.
1941 йылда Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Сержант Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры була.
1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[2].
1942 йылда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн:
2-се эскадрондың отделение командиры сержант Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы отделениеһы яуҙа дошмандың 30 һалдатын, ә командир үҙе - өс дошманды юҡ итте. Шуның менән үҙенең оҫта һәм ҡыйыу командир икәнен күрһәтте[2]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәАҡкөбәков Ғәнәфи Закир улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Акубаков Ганафий Закирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акубаков Ганафий Закирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Акубаков Ганафий 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Гафурийский район, т. 5, 2003 ISBN 5-295-03300-7