Аҡбаш (Барҙы районы)
Аҡбаш (Әмжебаш[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Фиҙеркә ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618157, ОКАТО коды — 57204843004.
Ауыл | |||||
Аҡбаш | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 540 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 264 ир һәм 276 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 633 кеше йәшәгән[3].
Тарихы
үҙгәртергәРәсәйҙең архив сығанаҡтарында Аҡбаш ауылы тәүге тапҡыр 1780 йылда иҫкә алынған[4]. Тап шул йылда ауылда йәшәүсе Петр Аҡбашев Аҡбаш баҡыр рудниғын аса[4].
1816 йылда үткәрелгән ревизия ауылдың 40 йортонда 100 ир һәм 88 ҡатын-ҡыҙ теркәгән[4].
1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 64 йортонда 145 ир һәм 169 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе тураһында билдәле[4].
1859 йылда үткәрелгән ревизия ауылдың 84 йортонда 266 ир һәм 240 ҡатын-ҡыҙҙы теркәгән[4].
Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылдың хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. XIX быуатта ауылда ике тирмән булған[4].
1842 йылда ауылда йәшәүселәрҙең мөлкәтендә 89 ат, 139 һыйыр, 57 һарыҡ, 20 кәзә һәм 73 умарта иҫәпләнгән[4].
Ауылда мәсет һәм уның эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән[4].
Ауылда йәшәүсе Хәбибулла Аҡбашев (Хабибулла Акбашев) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал менән бүләкләнгән[4]
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Акбашево по VIII ревизии 1834 г. |
Ауылдың билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хәбибулла Аҡбашев — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы яуғиры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. № 72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.