Аҙалаҡ
Аҙалаҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Аҙалаҡ ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Аҙалаҡ татар. Азалак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Минзәлә буйында, Сарман ауылынан көньяҡтараҡ 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәАҙалаҡ — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуат аҙағында нигеҙләнгән тип иҫәпләнә[1]. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1755 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
1870 йылда ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән.
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны 1930 йылдан — Сарман районы составында була[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда — 37 башҡорт һәм 149 типтәр; 1834 йылда — 54 башҡорт һәм 302 типтәр; 1859 йылда — 100 башҡорт һәм 302 типтәр; 1870 йылда — 784 башҡорт һәм 15 татар; 1912 йылда — 205 аҫаба башҡорт һәм 1178 керҙәш башҡорт йәшәй[3].
1816 | 1859 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
192 | 799 | 1124 | 915 | 848 | 591 | 606 | 700 | 577 | 457 | 533 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Азалаково // Татарская энциклопедия. Т. 1. - С. 56.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 155—156. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.