Ағаскүл
Ағаскүл - рус. Агашкуль, Агачкуль, Огачкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл.
Ағаскүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Сосновка районы |
Географияһы
үҙгәртергәАғаскүл Силәбе өлкәһе Сосновка районының урта өлөшөндә урынлашҡан.
Силәбегә тиклем араһы – 43 км, Долгодеревенскоеға – 20 км, Екатеринбургҡа – 180 км, Мейәскә – 140 км.
Географик координаттары: киңлеге - 55°29′6″N (55.485001), оҙонлоғо - 61°22′8.58″E (61.36905).
Яр буйындағы кеше йәшәгән урындары: Солтай, Һаҡҡол, Этимгән ҡасабалары.
Эргәһендәге күлдәр: Тәрәнкүл, Оҙонгүл, Өйрәкте, Ҡуржакүл, Типтәрге[2].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЯрҙары бик һөҙәк, һайлыҡлы, ташылдыҡ ҡомло.
- Уртаса тәрәнлеге: 3,1 м
- Максималь тәрәнлеге: 9м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 3,2*2,6 км
- Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: үтәҙек түгел.
- Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туҡлана.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 205м
- Майҙаны: 5,68км² [2]
- Һыу массаһы күләме (абс. кимәле БС буйынса 209 м булғанда): 22 млн м³ [3].
Кәмә менән төшөр урындары бар.[4].
Ағаскүл һыуы тоҙ тәме итә, гидрокарбонатлы-хлоридлы-натрийлы типҡа инә.
Күлдән сыҡҡан сығанаҡтар юҡ [3].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКүл һаҙмырт, урыны менән ҡамышлыҡтар, екән үҫә. Күлде ылымыҡтар, һаҙ үләндәре баҫып бара, улар ҡаплаған майҙандар 30%-ҡа етә. Күл буйҙары урман-дала үҫемлектәренә бай, ҡайынлыҡтар уратып алған. Ярҙарында ҡыуаҡлыҡтар үҫә, ағаслыҡтар ярҙан кәмендә 100 метр алыҫлыҡта.
Күлдә табан балыҡ, алабуға, карп, сабаҡ, алабалыҡ тереклек итә.
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы башҡорт телендәге "ағас+күл" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
Гидронимдың урыҫса әйтелештә килеп сығышы тураһында Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Агаш-Куль, озеро, Сосновский район. Слово агаш, как и аксач, — фонетические варианты башкирского слова агас — «лес», «дерево», кул — «озеро» т.е. «озеро в лесу» или «озеро среди деревьев».[5][6].
Урыҫ телендә Ағаскүлде бер нисә вариантта яҙып йөрөтәләр:Агашкуль, Агачкуль, Огачкуль, Акач-Куль
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Агашкуль
- ↑ 3,0 3,1 Озеро Агачкуль (Агашкуль)
- ↑ Озеро Агашкуль
- ↑ Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Агачкуль (Агашкуль)
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
- Озеро Агашкуль
- Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Агашкуль
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 25-се бит/ Ағас.
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Агашкуль