Ағасаҡ

(Ағарсаҡ битенән йүнәлтелде)
Ағарсаҡ
Ағасаҡ
Aspius aspius
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Лучеперые рыбы
Отряд: Карп һымаҡтар
Ғаилә: Карптар
Ырыу: Ағарсаҡтар
Төр: Ағарсаҡ
Латинса исеме
Aspius aspius
(Linnaeus, 1758)
ITIS 639538
NCBI 98928

Ағасаҡ, Ағарсаҡ, Ағасъяңаҡ (рус. Жерех[1][2][3], шереспёр, жерих[4][1][2], черех[2][1], белесть[5], белезна[1], красногубый жерех, аральский же́рех[6][1][3], лат. Aspius aspius) — шәп ағымлы йылға балығы, карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡарай.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 2178

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ағасаҡ оҙонса балыҡ, ауыҙы ҙур, әммә әммә йыртҡыстарға хас булған ҡаҙыҡ тештәре юҡ. Һаҙан балыҡтарыныҡы кеүек йотҡолоҡ тештәре генә бар, аҫҡы яңағы ҡалҡып сығып тора, ә үҙенең суҡағы менән өҫкө яңағы күҙлегенә терәлгән. Томшоғона яҡын торған псыҡ төҫлө күҙҙәре сағыштырмаса бик үк ҙур түгел. Ян-яҡтары көмөштәй аҡ, ҡараһыу осло арҡаһы менән ҡойроҡ йөҙгөстәре төҫлө була. Буйы 80 см. Иң эреләре 12 кг-ға етә. Һыуҙың өҫкө ҡатламдарында йөрөй, төнгөлөккә генә ул төпкөл урынға китә. 15 йәшкә тиклем йәшәй ала[7].

Таралыуы

үҙгәртергә

Ағасаҡ Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренә ҡойған бөтә ҙур һәм урта йылғаларҙа тиерлек йәшәй, Аҙау һәм Балтик диңгеҙе йылғаларында һирәк осрай. Урта Азияла — Амударъяла, Һырдаръяла һәм Балхаш күлендә осрай. Шулай уҡ Германияла һәм Францияла бар.

Ыуылдырыҡ сәскән мәле апрель — май айҙарына тура килә.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Ағасаҡ тигеҙлек йылғаларында йәшәй, тоноҡ урындарҙа булмай. Ваҡ йылғалар тамағында һәм шаршы бөткән урындарҙа осрай. Бындай урындарҙа ҙур көтөүҙәргә йыйыла. Әммә ағымы көсһөҙ урындарҙа, күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа күпләп тупланмай[8] Оҙон кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ булғанға күрә, ағымлы һыуҙа, буҫағалы һәм һай урындарҙы кисергә, оҙағыраҡ йөҙөргә мөмкинлек бирә. Ҡорбанын ҡыуып барғанда һыу өҫтөнә сығып, шапылдатып ала.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Башлыса селәүсендәр, ваҡ ҡыҫыла һымаҡтар, бөжәктәр менән туҡлана. Әммә ҙурая килә йыртҡысҡа әүерелә, ваҡ балыҡтар, селбәрәләр менән туҡлана, шулай уҡ күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, энәғараҡтарҙы ла аулай.

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Балыҡсылыҡ йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә түгел һәм ҙур көтөүҙә йөрөмәй. Әммә ул һәүәҫкәр балыҡсылар араһында популяр. Бигерәк тә спиннинг менән тотоусыларҙа. Л. П. Сабанеев әйтеүенсә, «…был балыҡты аулау иң ауырҙар иҫәбенә инә».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Шереспер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Черех // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. 3,0 3,1 Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля пресноводных рыб. Шереспер, или жерех
  4. Жерих // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Белесть // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 135. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
  7. Жерех. Ловля, места обитания и время нереста. Дата обращения: 14 июнь 2015. Архивировано 23 апрель 2015 года.
  8. Ловля жереха в советах от повадок рыбы до мест ее обитания (25 февраль 2018). Дата обращения: 12 декабрь 2018. Архивировано 28 март 2022 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «жерех» мәҡәләһе бар