Ашҡоромов Солтан Сәйетғәли улы
Ашҡоромов Солтан Сәйетғәли улы (14 февраль 1905 йыл — 8 март 1983 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].
Ашҡоромов Солтан Сәйетғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1905 |
Тыуған урыны | Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 8 март 1983 |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАшҡоромов Солтан Сәйетғәли улы 1905 йылдың 14 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Күҙәк ауылында[1], икенсе мәғлүмәттәр буйынса Стәрлетамаҡ районының Мөҡсин (Муксиново) ауылында[3] тыуған. Бик бәләкәйҙән хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Урман ҡырҡыусы, заводта йөк ташыусы, көтөүсе булып эшләй. 1931 йылда Урал өлкәһенең Аша — Минйәр районы ликбез мәктәбен, 1936 йылда Өфө ҡалаһында ике йыллыҡ профсоюз мәктәбен тамамлай. Аҙаҡ Яңауыл тулы булмаған урта мәктәптәр профсоюзы район комитеты рәйесе итеп ҡуйыла. 1938—1939 йылдарҙа КПСС район комитетының инструктор — пропагандисты[3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында хеҙмәт итә[1].
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 14 декабрендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (документ номеры: 62), 1944 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (Белоруссия фронтының 7 гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы буйынса 1944 йылдың 14 июнендәге 6 номерлы бойороҡ), ә 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (16-сы гвардия кавалерия дивизияһы буйынса 1945 йылдың 21 июнендәге 30/н номерлы бойороҡ) менән бүләкләнә[1][2].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ашҡоромов Солтан Сәйетғәли улы һаңғырау-телһеҙҙәр мәктәбе директоры, Ворашилов, Матросов исемендәге колхоз рәйесе, Һандуғас ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1961 йылдан алып 1969 йылда хаҡлы ялға киткәнсе Можға ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, биш хәрби миҙал менән бүләкләнә. Оҙайлы ауырыуҙан һуң 1983 йылдың 8 мартында вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Память народа. Ашкрумов Султан Саитгалеевич
- ↑ 2,0 2,1 Ашкрумов Султан 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ашкрумов С. С.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Ашкрумов Султан Саитгалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АШКРУМОВ Султан Саитгалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- [ https://www.moypolk.ru/soldier/ashkrumov-sultan-saitgaleevich-4 Ашкрумов С. С.]
- Ашкрумов Султан 2021 йыл 24 июнь архивланған.