Ацидофилдар
Ацидофилдар — (лат. acidus — әсе һәм ...фил), артыҡ кислоталылыҡ булған субстратта йәшәүсе организмдар.
Ацидофил микроорганизмдарға һөт кислотаһы, май кислотаһы һәм уксус кислотаһы бактериялары ҡарай. Тәбиғәттә айырыуса һөттә һәм һөт аҙыҡтарында (Lactobacillus lactis, L. bulgaricus, Streptococcus lactis һ.б.), үҫемлектәрҙә һәм тарҡалыусы үҫемлек ҡалдыҡтарында (Lactobacillus plantarum, L. fermentum, Leuconostoc mesenteroides һ.б.), кеше һәм хайуандар эсәклегендә (Lactobacillus acidophilus, Streptococcus faecalis, S. bovis һ.б.) осраусы һөт кислотатаһы бактериялары таралған. Ацидофил микроорганизмдар эшмәкәрлегенә силослау, кәбеҫтә тоҙлау нигеҙләнә; улар һөт аҙыҡтары ҡатыҡ, кефир, ҡымыҙ һ.б., әсе ҡамыр, сейләй ыҫланған колбасалар (салями, сервелат) әҙерләү өсөн ҡулланыла. Май кислотаһы бактериялары аҙыҡ-түлектең боҙолоуына килтереүе мөмкин. Ацидофил үҫемлектәр башлыса күтәренке һәм күсмә һаҙлыҡтарҙа үҫә. Күтәренке һаҙлыҡтарҙа аҙ сәскәле күрән, альп йөнтәҫ күрәне, еңсәле мамыҡбаш күрән, инглиз ысыҡ үләне, күп башаҡлы мамыҡбаш күрән, ҡара тал, мүк еләге, һаҙ мүге затына ҡараған мүктәр, һаҙанаҡ, һаҙ мунсағы һ.б. үҫә, күсмә һаҙлыҡтарҙа — күрән, ҡылысъяпраҡ, мамыҡбаш күрәндең бер нисә төрө, өсъяпраҡ, тәлгәш ҡайын, һаҙғанат һ.б. Ҡайһы бер ацидофил үҫемлектәр (гермафродит энәле көртмәле, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, тәпәш ҡайын һ.б.)Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау тайгаһы һәм тау тундраһы бүлкәттәрендә үҫә. Ацидофил үҫемлектәрҙең экосистемаларҙағы роле кислоталы ямғырҙар (улар тупраҡты әсетеп, күп, айырыуса ағас үҫемлектәрҙең үҫеүен яйлата) яуыу осраҡтары теркәлгән райондарҙа арта. Ацидофилдар — ашарға яраҡлы үҫемлектәр (көртмәле, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле һ.б.), дарыу үҫемлектәре (баҫыу ҡырҡбыуыны, өсъяпраҡ, һаҙанаҡ һ.б.), аҙ ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлектәре (йылан теле, эт ҡондорағы һ.б.), декоратив үҫемлектәр (әскелтем үлән, һаҙғанат һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (зәһәр лютик, һаҙ томбойоғо һ.б.), ҡый үләндәре (диуала, турғай ҡуҙғалағы һ.б.). Аҙ сәскәле күрән, һаҙ мунҫағы һ.б. ацидофил үҫемлектәр Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Хайуандар араһында А. иҫәбенә сфагнум һаҙлыҡтарында юғары кислоталы мөхиттә йәшәгән, нейтраль һәм һелтеле шарттарҙа осрамаған ҡамсылылар һәм өйрөлмәктәр инә.