Ат борсағы
Ат борсағы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡуҙаҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡуҙаҡлылар
Суб-ғаилә: Һеперткеләр
Триба: Hedysareae
Ырыу: Ат борсағы
Латинса исеме
Onobrychis Mill.
NCBI 3881

Ат борсағы (рус. Эспарцет)(лат. Onobrýchis) — ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ырыу. Көньяҡ Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала тәбиғи шарттарҙа 150-ләп биологик төрө осрай. Йәшәү формалары: үләндәр, ваҡ ҡыуаҡтар йәки ярым ҡыуаҡтар. Һабаҡтары сәнскәкле була.

Onobrychis argentea

Синонимдары: Dendrobrychis (DC.) Galushko, Xanthobrychis Galushko

Башҡа телдәрҙәге атамалары: ингл. Sainfoin, груз. ესპარცეტი, исп. Onobrychis, кат. Trepadella, ҡыт. 紅豆草, лит. Esparcetas, нем. Esparsetten, нидерл. Esparcette, порт. Sanfeno, төр. Adi korunga, франц. Sainfoin, эспер. Onobriko

Морфология

үҙгәртергә

Япраҡтары — ишһеҙ ҡыйғас ҡатмарлы япраҡтар. Һап төбөндә япраҡ ярылары урынлашҡан. Өҫтәге төп япраҡса ҡайһы саҡ сәнскәккә әүерелә.

Сәскәләре көл төҫөндә, алһыу, аҡһыл йәки һарғылт. Улар ҡуйын тәлгәштәренә йәки башаҡҡа йыйылған.

Емеше ярым шар һымаҡ, ҡытыршы тышлы, ҡайһы берҙәрендә ҡусҡар рәүешендә. Тышы ҡаты, ҡалын. Тиҙ генә асылмай. Эсендә бер йәки ике орлоғо була.

  • Шмальгаузен И. Ф. Флора Средней и Южной России, Крыма и Северного Кавказа. Руководство для определения семянных и высших споровых растений. Киев, тип. т-ва печ. дела и торг. И. Н. Кушнерев и Ко в Москве, Киевск. отд-ние. Т. 1. Двудольные свободнолепестные. 1895. С. 259.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «эспарцет» мәҡәләһе бар
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Onobrychis