Атамкүл (күл)
Атамкүл күле (рус. Атам-Куль) — Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Атамкүл ауылы янындағы күл. Кама йылғаһы бассейнына ҡараған Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярындағы күл, Атамкүл ауылынан 2,5 км һәм Тарҡаҙы ауылынан 4 км алыҫлыҡта ята.
Атамкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Йәрмәкәй районы |
Урын | Башҡортостан Республикаhы |
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәРайонда иң ҙур күл. Ул Ыҡ йылғаһының элекке үҙәненән барлыҡҡа килгән. Күлдең оҙонлоғо яҡынса 900 м, киңлеге 30 м тиклем, тәрәнлеге 3 м тиклем. Күл шишмәләр, ҡар һыуҙары, ә яҙғы ташҡын ваҡытында Ыҡ йылғаһы һыуы менән туҡлана. Күлдең уң яҡ яры бейек, таулы, һул яғы һөҙәк, ағас үҫентеләре һәм болон үҫемлектәре менән ҡапланған. Акваторияһында аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ, Ҡыҙыл китапҡа ингән һары умырзая осрай.
Күлдә балыҡ һирәк, башлыса табан балыҡ, алабуға, суртан, ажау, аҡ сабаҡ, ҡарабалыҡ тереклек итә. Һуңғы йылдарҙа күлдең яры буйҙарында ял итергә тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, Ырымбур өлкәһенән дә күп киләләр, был матур тәбиғәт объекты экологияһы өсөн ҙур борсолоу тыуҙыра[1]
Исеме
үҙгәртергәАтамкүл күле менән күп риүәйәттәр бәйле. Бер риүәйәт буйынса, бында бер нисә көнгә Емельян Пугачев ғәскәрҙәре туҡтай. Ә был урындан китер алдынан һуғышсылар тураһында атайҙарса хәстәрлек күрҙе, тип күлгә рәхмәт әйтәләр. Шунан алып Атамкүл — «Атай күле» исеме һаҡланып ҡала[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ .Республика Башкортостан. Природа
- ↑ Ермекеево. Башкортостан 2021 йыл 11 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Республика Башкортостан. Природа
- Ермекеево. Башкортостан 2021 йыл 11 май архивланған.