Арыҫлан Мөбәрәков музейы

Музей

Арыҫлан Мөбәрәков музейы (рус. Музей Арслана Мубарякова) — Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Асы ауылында СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың (1940) атҡаҙанған артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа бағышлап ойошторолған музей[1]. Мәшһүр шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актерҙың тыуған ауылында музейынан йыраҡ түгел уның бюсы ла ҡуйылған.

Арыҫлан Мөбәрәков музейы
Нигеҙләү датаһы 1994
Нигеҙләүсе Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
Етәксе Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Асы ауылы

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, музей 1994 йылдың 14 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы булараҡ асылған."

  Музейҙы ойоштороуҙа республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәре, актерҙың ҡыҙы, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән Мөҙәрис Түләбаев, ауыл хакимиәте белгестәре, уҡытыусылар фиҙакәрлек күрһәтә.
Фәнис Янышев, «Тауҙар ҙа уны һағына»[2].
 
 
Протазанов Яков Александрович төшөргән «Салаут Юлаев» фильмында Салауат ролендә Арыҫлан Мөбәрәков

2006 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейының филиалы.

Музей фондында 300 берәмек тирәһе әйбер һаҡлана, улар араһында бөйөк артистың шәхси әйберҙәре, наградалары, фотографиялары, Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол», Уильям Шекспирҙың «Отелло» спектаклдәрендә кейеп уйнаған сәхнә кейемдәре. Бында шулай Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыуы тураһында документтар һәм фотоматериалдар һаҡлана[3] .

Экспозиция залдары

үҙгәртергә

Экспозициялар 3 залда урынлаштырылған.

 
Асыла А. Мөбәрәков музейы алдында. Бөйөк артистың бюсы асылған көн. 1997.
  • Беренсе зал — Асы ауылының тарихына һәм шунда тыуып үҫкән халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың бала сағына арналған, шунда урынлашҡан Асы шифаханаһы тарихын сағылдырған материалдар тупланған. Әйткәндәй, шифаханала ял итеүселәр музейҙа йыш була, атаҡлы актерҙың биографияһы менән яҡындан таныша ала.
  • Икенсе залы — Арыҫлан Мөбәрәковтың театраль эшмәкәрлеге тураһында. Бында актерҙың төрлө ролдәрҙәге фотоһүрәттәре, ХХ быуаттың 20-се йылдарындағы театр афишалары, күп һанлы документтары, фотоматериалдары, этнография әйберҙәре, Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһынан (1955) материалдар, сәхнә костюмдары, наградалары, шәхси әйберҙәре.
  • Өсөнсө залда халыҡ артисының ғаиләһенә һәм туғандарына бағышланған материалдар ҡуйылған. Билдәле булыуынса, был ғаилә ағзалары шулай уҡ бик билдәле шәхестәр — ҡатыны башҡорт СССР театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова һәм уларҙың ҡыҙҙары СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә