Арыҫлан-Әмәкәс (рус. Арслано-Амекачево) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. Керәүле-Илюшкин ауыл советына ҡарай.2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 159 кеше[1]. Почта индексы — 453367, ОКАТО коды — 80239820003.

Ауыл
Арыҫлан-Әмәкәс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°39′58″ с. ш. 56°06′01″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 820 003

ОКТМО коды

80 639 420 106

Арыҫлан-Әмәкәс (Рәсәй)
Арыҫлан-Әмәкәс
Арыҫлан-Әмәкәс
Арыҫлан-Әмәкәс (Башҡортостан Республикаһы)
Арыҫлан-Әмәкәс

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Арыҫлан-Әмәкәс ауылы Керәүле-Илюшкин ауыл Cоветына инә. Район үҙәгенән һәм Ермолаево тимер юлы станцияһынан 28 км көнсығышта урынлашҡан. Халҡы 1900 йылда 110, 1920—138; 1939—128; 1959—148; 1989—126; 2002 йылда 151 кеше тәшкил иткән. Башҡорттар йәшәй (1989). Ауылды Ҡыпсаҡ волосының Һыуын түбәһе башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙләгән. Икенсе төрлө исеме — Уңғар. 1859 йылға тиклем Арыҫлан һәм Әмәкәс ауылдары айырым булған. Унынсы ревизия ваҡытында ғына был ике ауыл бергә күрһәтелә. Ә Әмәкәс ауылының барлығы 1794 йылдан билдәле. Ул ваҡыт бында ни бары 5 йорт булған. Был ауылға йөҙ башы (сотник) Әмәкәс Аҡкүбәков нигеҙ һала. Уның Ғөбәйҙулла, Әбделнасир, Әбделваһап тигән улдары барлығы билдәле. Ауыл халҡы малсылыҡ, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнгән.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 159 84 75 52,8 47,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Күпселек милләт вәкилдәре — башҡорттар (98 %).

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Тау буйы урамы (рус. Нагорная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Көньяҡ урамы (рус. Южная (улица))[2]

Арыҫлан-Әмәкәс ауылы 1859 йылға тиклем ҡыпсаҡ улусының һәүен түбәһенә ҡараған. Арыҫлан һәм Әмәкәс ауылдадары айырым була. Әмәкәс тораҡ пункты булараҡ 1794 йылдан алып билдәле. Бер йылдан ауылда 18 кеше йәшәгән 5 йорт булған. VII ревизия 2 йортто ғына күрһәткән. Шуларҙың береһендә беренсе төпләнеүсе 67 йәшлек Әмәкәс Аҡкөбәков йәшәгән, ул поход сотнигы булып хеҙмәт иткән. Уның улдары Ғөбәйҙулла, Әбделнасир һәм Әбделваһап билдәле. VIII ревизияла халыҡ һаны 10 кешегә тиклем кәмегән. Унда шулай уҡ 28 кеше йәшәгән Арыҫлан ауылы билдәләнә. X ревизия 70 кеше йәшәгән 12 йорт менән бергә ошо ике ауылды күрһәтә. 1920 йылда Арыҫлан-Әмәкәстә 27 йортта 138 кеше йәшәгән.

Кантон идаралығы осоронда был ауыл 9-сы кантондың 27-се йортона ингән; 1864 йылдан алып ул Стәрлетамаҡ кантонының Ямаш ауыл йәмғиәте, 20 быуаттың 20-се йылдарында Көйөргәҙе улусы составында булған.

1842 йылда 28 кешегә 31 сирек (248 бот) яҙғы иген сәселә[3].

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Арыҫлан-Әмәкәс ауылында мәсет асыла![4]
  • Йыйылыштарҙың маҡсаты − бер[5]
  • Арыҫлан- Әмәкәс ауылы ағинәйҙәре матур концерт бүләк итте[6]

Видеофильмдар

үҙгәртергә
  • Өлгөлө ғаилә[7]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 74 2022 йыл 2 апрель архивланған.
  4. Юшатыр
  5. Муниципальный район Куюргазинский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
  6. Отдел культуры МР куюргазинский район Республики Башкортостан
  7. Семья Амекачевых, деревня Арслано- Амекачево, Куюргазинский район

Һылтанмалар

үҙгәртергә