Артур Мейчен (ингл. Arthur Machen, төп исеме ингл. Arthur Llewellyn Jones; 3 март 1863 йыл — 15 декабрь 1947 йыл) — Англия (Уэльс) яҙыусыһы.

Артур Мейчен
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Уэльс
Тыуған көнө 3 март 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Карлеон[d], Ньюпорт[d], Уэльс, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Вафат булған көнө 15 декабрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][3][4][…] (84 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британия
Ерләнгән урыны St Mary's Church, Amersham[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө тәржемәсе, романист, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, журналист, театр актёры, сәйәсмән
Уҡыу йорто Hereford Cathedral School[d]
Архивы хранятся в Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d], Национальная библиотека Уэльса[d][5] һәм Центр Гарри Рэнсома[d][6]
Жанр литература ужасов[d]
Изображение памятной доски
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Arthur Machen
 Артур Мейчен Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Артур Мейчен 1863 йылдың 3 мартында Уэльстың Монмутшир графлығы Кайрлеон ҡалаһында рухани ғаиләһендә тыуған. 1874 йылда мәктәпкә уҡырға инә, әммә, аҡса етешмәгәнлектән, ата-әсәһе малайҙы унан алырға мәжбүр була. Артур күп ваҡытын атаһының китапханаһында үткәрә. Уға айырыуса Де Квинсиҙың «Әфиүн тартыусының иҡрар итеүе», «Мең дә бер кисә» әкиәттәре һәм Вальтер Скоттың әҫәрҙәре ныҡ тәьҫир итә. Ҡыҫынҡы матди хәл яҙыусы өсөн мәңге ауыр мәсьәлә булып тора, ғүмере буйы тиерлек ул ярлылыҡ менән көрәшергә мәжбүр була. Улы белем ала алһын өсөн атаһы Джон Эдвард Джонс малайҙың фамилияһын Мейченға — әсәһе яғынан өләсәһенең фамилияһына үҙгәртә. Шуға рәхмәт йөҙөнән өләсәһе ейәненең уҡыуына түләргә риза була. 1880 йылда Мейчен Лондондағы Король медицина колледжына инеп ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый.

1881 йылдан алып ул әҙәби эшмәкәрлеккә тотона. Тәүҙә тәржемәсе була. Тәүге баҫылған тәржемәһе — Маргарита Наваррскаяның «Гептамерон» әҫәре. Һуңғараҡ Мейчендың тәржемәһендә Казанованың мемуарҙары, Вевилдең әҫәрҙәре һ. б. сыға. 1884—1889 йй. ул төрлө нәшриәттәрҙә тәржемәсе генә түгел, рецензент, мөхәррир, каталоглаштырыусы булып эшләй. Ошо мәлдә Артур Мейчен әҙәби мөхиттә һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар белгесе булараҡ таныла. 1887 йылда ул Лондон богемаһы араһында күп дуҫ әҙәбиәтселәре булған, театрға мөкиббән ғашиҡ музыка уҡытыусыһы Эмили «Эми» Хогг менән өйләнешә. Бер айҙан әҙиптең атаһы, улына саманан тыш күп түгел, әммә яҙыусылыҡ менән шөғөлләнеп йәшәрлек мираҫ ҡалдырып үлеп китә. Эми Мейченды яҙыусы һәм мистик Артур Уэйт менән таныштыра, улар дуҫлаша. Мейчендарҙың әҙәби таныштарынан яҙыусылар Эдгар Джепсон һәм Мэтью Фипс Шил була.

Мейчендың үҙенсәлекле әҫәрҙәре инглиз Неоромантизмы йоғонтоһонда яҙыла. 1890 йылдан алып Роберт Льюис Стивенсон стилендәге ҡыҫҡа хикәйәләре менән матбуғатта күренә башлай. Тәүге уңыш яҙыусыға «Бөйөк алла Пан» (Great God Pan) повесы баҫылғас килә (1894). Был әҫәр енси боҙоҡлоҡтарға «асыҡ» ишараһы менән консерватив йәмғиәттең асыуын ҡабарта. Китап шунда уҡ һатылып бөтә, икенсе баҫмаһы ла тиҙ тарала, бынан тыш, Мейченға Оскар Уайльд иғтибар итә, уны үҙ таныштары араһына индерә. Китаптың тышлығын билдәле рәссам Обри Бердслей биҙәй. Был әҫәрҙән һуң Мейчен үҙенең "хикәйәләрҙән роман"ын — «Ялған исемле өсәү» (The Three Impostors) баҫтыра. Ул сюжеттары үҙ-ара үтә хикмәтле итеп үрелгән новеллаларҙан тора. Был китап Мейчендың ижадында иң яҡшыларҙан һанала; һуңынан ул уның дауамын яҙа («Ҡыҙыл Ҡул» детектив-мистик романы). Ошо уҡ йылдарҙа ул «Серле яҡтылыҡ» (1894) һәм «Балҡыусы пирамида» (1895) повестарын ижад итә.

1899 йылда Эми вафат була. Мейчен төшөнкөлөккә бирелә, маҡсатһыҙ урам ҡыҙырып йөрөй. Шул осорҙа дуҫы Артур Эдвард Уэйт ярҙамы менән ул Алтын Шәфәҡ Ордены исемле серле ойошмаға ҡушыла. 1903 йылда Орден тарҡалғас, Мейчен күпмелер ваҡыттан был рәүешле ойошмаларҙан бөтөнләй ситләшә. Шул уҡ ваҡытта Мейчен сценарист булып эшләй, хатта сэр Фрэнк Бэнсондың гастролдә йөрөүсе труппаһы менән сәхнәгә лә сыға. Гастролдәр ваҡытында ул Дороти Пьюрфой Хэдлстон (1878—1947) менән таныша, ул яҙыусының икенсе ҡатыны була.

1907 йылда 1895—1897 йылдарҙа уҡ яҙылған «Хыялдар убаһы» (ингл.  The Hill of Dreams) романы баҫылып сыға. Был ярым автобиографик әҫәрҙә төп герой Люциан Тейлорҙың хыялдары аша эскапизм (шәхестең ысынбарлыҡтан хыялдар донъяһына китеү теләге) темаһы асыла.

1910 йылда Мейченды медиа-магнат Альфред Хармсворттың «Evening News» гәзитенә даими эшкә алалар, яҙыусы унда 1921 йылға тиклем эшләй. Был эш уға яйлап арта барған ғаиләһен ҡарау өсөн тотороҡло урын һәм эш хаҡы бирә. 1912 йылда Мейчендарҙың улы Хилари (1912—1987), 1917 йылда ҡыҙҙары Джанет (1917—2008) тыуа. Икенсе яҡтан, көсөргәнешле гәзит эше яҙыусыға ижади эшенә ваҡытты аҙ ҡалдыра.

Рус телендә баҫылған китаптары

үҙгәртергә
  • Сад Авалона: Избранные произведения/ Пер. с англ. Вступительная статья А. Нестерова, Ю. Стефанова. М.: Энигма, 2006.
  • Тайная слава: Избранные произведения/ Пер. с англ., сост. и прим. Е.Пучкова. М.: Энигма, 2007.
  • Великий бог Пан: Повести, рассказы / Пер. с англ. В. Бернацкой, И. Богданова, Е. Пучковой, О. Рединой. СПб.: Азбука, 2020.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Reynolds A., Charlton W. Arthur Machen. London: Richards Press, 1963
  • Gawsworth J., Dobson R. The life of Arthur Machen. Leyburn: Tartarus Press for the Friends of Arthur Machen in association with Reino de Redonda, 2005

Һылтанмалар

үҙгәртергә