Артур Гёргей
Артур Гёргей (венг. Görgei Artúr; 30 ғинуар 1818, Топорец — 15 май 1916, Вишеград, Венгрия) - Венгрия хәрби лидеры, революционер.
Артур Гёргей | |
![]() | |
Заты | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Johannes Arthur Woldemár Görgey |
Тыуған көнө | 30 ғинуар 1818[2][3][4] |
Тыуған урыны | Прешовский край[d], Кежмарок[d], Топорец[d] |
Вафат булған көнө | 21 май 1916[2][5][…] (98 йәш) |
Вафат булған урыны | Венгрия, Пешт[d], Сентендреский яраш[d], Вишеград[d] |
Ерләнгән урыны | Керепеши[d] |
![]() | |
Бер туғандары | István Görgey[d] |
Һөнәр төрө | инженер, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр, химик |
Биләгән вазифаһы | Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d], президент Венгрии[d] һәм министр обороны Венгрии[d] |
Эш урыны | Будапешт |
![]() | |
Хәрби звание | корпусной генерал[d] |
Һуғыш/алыш | Революция 1848—1849 годов в Венгрии[d] |
![]() |
БиографияһыҮҙгәртергә
Артур Гёргей бай венгр протестанттары ғаиләһендә тыуа, сас нәҫеленән. 19 йәшендә ул Венала Венгрия дворяндары һаҡсыһы хеҙмәтенә ҡушыла. Ул үҙ хеҙмәтен университетта уҡыу менән берләштерә. 1845 йылда атаһы үлгәс ул армиянан китә һәм химия фәнен өйрәнеү өсөн Прага университетына уҡырға инә. Уҡып сыҡҡас, ул нәҫел утарына ҡайта.
Венгр революцияһы башланғандан һуң, ул Венгрия хакимиәте яғында һуғыша. Ул армияға капитан дәрәжәһе менән инә, ләкин бер аҙҙан Тисаның төньяғында бөтә Милли Гвардияны етәкләй, төбәктә Хорватия ғәскәрҙәренә ҡаршы уңышлы эшләй.
1849 йылдың 4 майында Артур Гёргей Венгрия башҡалаһын ҡамап ала һәм яулап ала, унан һуң ул революцион хакимиәттең һуғыш министры була. Рәсәйҙең һуғышҡа ҡатнашыуы менән, һуғыш фронтындағы хәл киҫкен үҙгәрә. Походтарҙың берһендә Гёргей принц Паскевич экспедицияһы корпусынан генерал Ридигерға әсирлеккә бирелергә мәжбүр була[6] .
Ҡораллы иптәштәрҙән айырмалы булараҡ, Гёргей хәрби суд тарафынан ҡаралмай. Бер ни тиклем ваҡыт төрмәлә ултыра, һуңынан Клагенфуртта йәшәй, химия эше менән шөғөлләнә. 1867 йылда уны кисерәләр һәм Венгрияға ҡайтырға рөхсәт итәләр. Атылған йәки аҫып үлтерелгән күпселек генералдарҙан һәм революцион хакимиәт түрәләренән айырмалы булараҡ, үҙенең ғ-мерен һаҡлап бирелеүе өсөн Венгрия йәмғиәте уны ҡурҡаҡ һәм һатлыҡ йән тип һанай. Майн Ридтың "Ҡыҙ-ҡатын" романында Гёргейҙың хыянат варианты ла нигеҙ булып алына. Азат ителгәндән һуң, Артур Гёргей Венгрияның сәйәси тормошонда бер ниндәй роль уйнамай.
1885 йылда ҡайһы бер дуҫтары уны Венгрия йәмғиәте алдында реабилитацияларға тырышалар. Ул ваҡытта Гёргей мыҫҡыллау һәм рәнйетеү аҫтында йәшәй. Һуңынан, уның хәрби хеҙмәттәре һәм революция ваҡытында уйнаған ҙур роле арҡаһында уның ватандаштары тарафынан таныла.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ OCLC. VIAF — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Encyclopædia Britannica
- ↑ 4,0 4,1 Брокгауз энциклопедияһы
- ↑ Find a Grave — 1995.
- ↑ Вайцен // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Гергей, Артур // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Гергей, Артур // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Гёргей, Артур // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)