Артемьев Александр Спиридонович

Артемьев Александр Спиридонович (14 сентябрь 1924 йыл5 август 1998 йыл) — сыуаш прозаигы, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм тәржемәсе. Сыуашстандың халыҡ яҙыусыһы.

Артемьев Александр Спиридонович
Тыуған көнө

14 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1]

Вафат булған көнө

5 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (73 йәш)

Ил

 Рәсәй

Биография

үҙгәртергә

Александр Спиридонович Артемьев 1924 йылдың 14 сентябрендә Сыуаш автономиялы өлкәһенең Яҙернә өйәҙе Тури-Выла (хәҙерге Сыуаш Республикаһының Әлек районына ҡарай) ауылында тыуған. Сыуашстандың Красночетай районы Штанаши ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, һуғышҡа китә. Башта ул рядовой, артабан кесе командир. Нацист Германияһын еңгәндән һуң Маньчжурияла һуғыша. Һуғыштарҙа өс тапҡыр яралана. Миҙал менән бүләкләнгән.

Демобилизациянан һуң тыуған ауылында уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, «Ялав» һәм «Тыван Атыл» журналдарының яуаплы секретаре булып эшләй, бер үк ваҡытта ситтән тороп А.М. Горький исемендәге әҙәби институтта уҡый. Шул йылдарҙа үҙенең беренсе лирик шиғырҙарын баҫтыра.

1951 йылдан СССР Яҙыусылар берлегендә.

Әҙәби ижадын шиғырҙарҙан башлай. Уның һүҙҙәренә яҙылған халыҡ яратҡан йырҙар: «Ах, пĕлесчĕ» (Ах, белергә ине), «Çуралнă çĕршыв» (Тыуған яҡ), «Салам юрри» (Салам йыры) һәм башҡалар.

А.Пушкин, М. Лермонтов, И. Тургенев, Л. Толстой, И. Гете һ. б. әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итә.

Әҙип 1998 йылдың 5 авгусында Чебоксар ҡалаһында вафат була.

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Ан авăн шĕшкĕ» (Бөгөлә сәтләүек ағасы) (1950);
  • «Салампи» (1956, 1960, 1966, 1983);
  • «Улма йывăç авăнать» (Алма бөгөлә) (1958);
  • «Тăвăл умĕн» (Дауыл алдында) (1975);
  • «Юдашкин юрă» (Һуңғы йыр) (1981);
  • «Пурнăç чăнлăхĕпе писатель ăсталăхĕ» (Яҙыусының ысын тормышы һәм оҫталығы) (1984);
  • «Суйласа илнисем», икĕ томлă (һайлап алынған әҫәрҙәр,ике томда) 1986).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Чăваш литературин антологийĕ / Сост.: Д. В. Гордеев, Ю. А. Силэм. — Чебоксары, 2003. ISBN 5-7670-1279-2 .

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Аликовская энциклопедия / Редколлегия: Л. А. Ефимов, Е. Л. Ефимов, А. А. Ананьев, Г. К. Терентьев. — Чебоксары, 2009. ISBN 978-5-7670-1630-3.
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2