Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы

Рәсәйҙә Граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы
(Аритҡолов Дәүләт Шаһый улы битенән йүнәлтелде)

Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы (5 май 1901 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир.

Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 май 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Балыҡлыкүл, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Дәүләт Шаһи улы Аритҡолов 1901 йылдың 5 майында Меркет-Мең улусының Балыҡлыкүл ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы).

1917—1926 йылдар — Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1918 йылда Өфөлә РКП(б)-ға инә.

Һуғышҡа тиклем партия һәм дәүләт органдарында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәткә саҡырыла[1].

1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының штабы комиссары, штабтың политбүлек начальнигы урынбаҫары.

1943 йылдың февраль башында дивизия дошмандың тәрән тылына үтеп итеп, Чернухиноны, Дебальцeво станцияһын алырға, ундағы дошманды юҡ итергә бойороҡ ала[2]. 1943 йылдың 23 февралендә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙерге Луганск өлкәһендә) Юлино-I утары янында ауыр алышта батырҙарса һәләк була.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡатыны — Аритҡолова Әминә (Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы)[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — С. 194. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.
  2. Бикмеев М. А. Национальные воинские формирования. Исторический создания и боевой путь Башкирской кавалерийской дивизии. — М.: Восточная литература, 2011. — Т. VI. — С. 31. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
  3. Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — С. 194. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Иргалин Г. Д. Ариткулов Давлет Шагиевич// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 124. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.