Ариспе Педро
Ариспе Педро (исп. Pedro Arispe; 30 сентябрь, 1900 йыл, Монтевидео — 4 май, 1960 йыл) — Уругвай футболсыһы, һаҡсы. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы, Көньяҡ Америка чемпионы, тренер ассистенты сифатында — 1930 йылғы Донъя чемпионы.
Педро Ариспе | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Педро Ариспе | |
Ҡушаматы | 'El Indio' | |
Тыуа | 30 сентябрь 1900 Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 4 май 1960 (59 йәш) Монтевидео, Уругвай[1] | |
Гражданлығы | Уругвай | |
Позиция | һаҡсы | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
Бельграно Ориенталь | ||
Реформерс | ||
Клуб карьераһы* | ||
Альбион дель Серро | ? (?) | |
1919—1937 | Рампла Хуниорс | 300 (?) |
1925 | → Насьональ | ? (?) |
Йыйылма командаһы** | ||
1924—1929 | Уругвай | 19 (0) |
Тренер карьераһы | ||
1930 | Уругвай | ассистент |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Алтын | Париж 1924 | |
Алтын | Амстердам 1928 | |
Көньяҡ Америка чемпионаттары | ||
Алтын | Монтевидео 1924 | |
Бронза | Аргентина 1929 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Биографияһы
үҙгәртергәМонтевидео предместьеһындағы Нельсон паркында спорт ғаиләһендә тыуа — уның туғандары Доминго менән Франсиско ла «Рампла Хуниорс» һәм «Насьональ» клубтары футболсылары.
Йәштәр кимәлендә «Бельграно Ориенталь» һәм «Реформерс» өсөн уйнай башлай, шулай уҡ «Альбион Серро» өсөн дә сығыш яһай. 1919 йылдан алып 17 йыл дауамында "Рампла Хуниорс"та уйнай, был команда өсөн 300 уйын үткәрә. Был «ҡыҙыл-йәшел»дәр тарихында рекордлы күрһәткес булып тора. 1927 йылда Уругвай командаһына чемпион булырға ярҙам итә — был титул «Рампла» өсөн бөгөнгәсә берҙән-бер шундай юғары титул.
Уругвай йыйылма командаһы составында ике тапҡыр (1924 йылда һәм 1928 йылда) Олимпия уйындары чемпионы була. 1925 йылда «Насьональ» Европа турнеһында ҡатнаша.
1930 йылғы Донъя чемпионатында Уругвай йыйылма командаһының баш тренеры ассистенты була. Унда йыйылма команданы Ариспенан тотош тренерҙар штабы: Эрнесто Фиголи, Греко Луис һәм Педро Оливьери етәкләй, штаб етәксеһе Альберто Суппичи була.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Олимпия чемпионы: 1924, 1928
- Көньяҡ Америка чемпионы: 1924
- Уругвай чемпионы (1): 1927
- Уругвайҙың вице-чемпионы (3): 1923, 1928, 1932
- 1930 йылда Уругвай командаһы тренеры ярҙамсыһы сифатында Донъя чемпионы.