Карпентария ҡултығы
Карпентария ҡултығы (ингл. Gulf of Carpentaria) — Австралияның төньяғында урынлашҡан Арафур диңгеҙе ҡултығы. Көнбайыштан Арнем-Ленд һәм көнсығыштан Кейп-Йорк ярымутрауҙары менән сикләнгән.
Карпентария ҡултығы | |
---|---|
ингл. Gulf of Carpentaria | |
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Арафур диңгеҙе |
Ил | |
Майҙаны | 300 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 69 м |
Тоҙлолоғо | 34,8 ‰ |
Карпентария ҡултығы Викимилектә |
География
үҙгәртергәҠитға эсенә 600 километрҙан ашыу үтеп инә[1].
Ҡултыҡ сағыштырмаса һай (максималь тәрәнлеге — 69 м[1]). Һыуҙың уртаса айлыҡ температураһы ҡултыҡтың күп өлөшөндә ҡышын 23-25 °C, ә йәйен 29 °C тәшкил итә[1]. Тоҙлолоғо 34,8 промилле[1].
Һыу артымы ҙурлығы 3,2 метрға барып етә. Яр буйҙарында көслө һыу артымлы-кәмеүле ағымдар күҙәтелә.
Ҡултыҡта Уэлсли, Грут-Айленд һәм Бикертон утрауҙары урынлашҡан. Карпентарияға ҡойоусы иң ҙур йылға — Флиндерс.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Карпентария ҡултығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә