Аранигалушка
Аранигалушка ( Aranygaluska) - венгр милли ашы , татлы ҡамыр ризығы (galuska)[1]. Был ризыҡты алдан иретеп әҙерләп ҡуйылған аҡ майға он , шәкәр онтағы һәм ваҡланған сәтләүек ( ғәҙәттә грек сәтләүеген) ҡушып баҫалар, йәймәне шаҡмаҡ киҫәк рәүешендә турағас, араларына йөҙөм һалып, ҡатлап сығырға, өҫтән майлағас, шунан алтын төҫөнә ингәнсе мейестә бешерергә. «Арани» алтын, йәки алтын кеүек тигәнде аңлата; galuska тиҙәр, сөнки ул клецки тигән ниғмәткә оҡшап тора. Аранигалушканы бирер алдынан ваҡ итеп тарттырылған ваниль һибеп бирергә була .
Аранигалушка | |
Ил | Венгрия |
---|---|
Кухня (аш-һыуы) | Венгр ашамлыҡтары |
Ашамлыҡ төрө | Десерт |
Аранигалушканы әҙерләү
үҙгәртергәИҫке кулинария китаптарында ошондай рецепт яҙылған тиҙәр.
Ҡамыр өсөн:
- 800 гр он,
- 30 гр киптерелгән сүпрә,
- 700 мл һөт,
- 3 йомортҡа һарыһы,
- 150 гр иретелгән сусҡаның эске майы,
- 100 гр аҡ май,
- 150 гр шәкәр ,
- бер аҙ тоҙ.
Өҫтөнә һибер өсөн:
- 80 гр шәкәр онтағы,
- 150 гр төйөлгән сәтләүек,
- 2 гр корица.
- Һөткә шәкәрҙе һалып, болғатып, йылытырға.
- Ҡамыр өсөн баш яһау : кипкән сүпрәне иретергә, 150 гр он һәм 200 гр шәрбәтле һөттө ҡушырға. 2 сәғәткә яҡын йылы урында тороп, ҡабарырға тейеш.
- Ҡалған һөт кә бер аҙ тоҙ, май һалырға (ги— гхи майы ла ярай), 50 градусҡа тиклем иретергә. Йомортҡа һарыһын яҡшылап туғырға, һөт өҫтәргә, яҡшылап болғатырға, бүлмәләге температураға хәтле һыуытырға.
- Ҡамыр өсөн әҙерләнгән башҡа һөт, ҡалған ондо өҫтәргә һәм яҡшылап ҡамыр баҫырға . Хәҙерге заманда миксер менән баҫһаң да ярай, ондо 80 тирәһе өҫтәргә.
- Был ҡамырлы табаҡты ҡапҡас, йә пленка менән ҡаплап торорға. Ҡамыр ике тапҡырға ҡабарғас, яңынан баҫҡылап алырға (миксер ҡулланғанда ла була). Ҡамырҙың яңынан ҡабарғанын көтөргә.
- Ҡабарған ҡамырҙы он һибелгән таҡтаға һалырға, 1 см тирәһе ҡалынлыҡтағы йәймә йәйергә, берәй төрлө форма менән киҫеп сығырға. Булмаһа, дүрткил, йә ромб кеүек киҫергә лә була.
- Ҡалған майҙы иретелгән сусҡа майы менән ҡушырға (аҡ май булһа ла ярай). Һәр бер киҫәкте ошо майға манып алырға.
- Табаны майлап, был ҡамыр киҫәктәрен теҙеп сығырға, шунан өҫтөнә сәтләүек, ваҡ ҡына шәкәр онтағы һәм корица һибергә , ҡамырҙы икенсе ҡат итеп теҙергә, тағы һибеп сығырға . Шулай итеп табаны (форманы) яртылаш тултырырға ла, өҫтөн майлап ҡуйырға.
- Өҫтөн пленка менән ябырға ла, тағы бер сәғәт көтөргә. Шунан мейестә (духовкала) 180С температурала бешерергә.
- Ризыҡ бешеп сыҡҡас, йомшарып китһен өсөн өҫтәнә ҡалын сепрәк, йәки таҫтымал ябырға, өҫтәлгә өҫтөнә ваҡ ҡына шәкәр онтағын һибеп ҡуйырға.
Аранигалушканы һәр бер киҫәкте айырып алып ашарға була. аранигалушка киҫәктәре эре итеп киҫелгән бауырһаҡҡа оҡшап тора. Теләге булған кеше аранигалушканы соусҡа манып ашай. Шуға кемдер соус та әҙерләй.
Соус өсөн:
- 3 йомортҡа,
- 150 гр шәкәр,
- 3 ч.л. он,
- 200 гр һыу,
- 300 гр шәкәрһеҙ шарап,
- 0,5 лимон,
- корица, ҡәнәфер орлоғо онтағы.
- Өс йомортҡа һарыһын 100 гр шәкәр менән бутарға, он өҫтәргә, 100 гр һыу һәм бер иш масса килеп сыҡҡансы нығытып туғырға.
- Йомортҡа ағын 50 гр шәкәр менән туғырға.
- Шәрбәтте ҡайнатып сығарырға, 100 гр һыу, лимон һуты, онталған лимон ҡабығы, корица, ҡәнәфер орлоғо онтағы.
- Туҡтауһыҙ бутап, һарылы шыйыҡсаны өҫтәргә, ҡайнатып сығарырға. Уттан алғас, йомортҡа ағы булған массаны өҫтәргә.
Соус урынына компот, йәки или морс бирергә була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ kuking.net/8_253.htm