Арал диңгеҙенең кимәле кәмеүе
Арал диңгеҙенең кимәле кәмеүе - Арал диңгеҙенең ҡороуы һәм уның урында яңы сүллек—Аралҡомдың барлыҡҡа килеүе менән бәйле экологик, биологик, тупраҡ, климат һәм социаль күренештәрҙең йыйылмаһы.
Сәбәптәре һәм ҡороуының барышы
үҙгәртергәАрал диңгеҙе ҡороу процессы башланмаҫ борон Каспий диңгеҙе, Үрге һәм Виктория күлдәренән һуң донъяла майҙаны буйынса 4 урынды биләгән. Арал диңгеҙенең деградацияһы үткән быуаттың 60-сы йылдарында башлана. Быға Үзбәкстан, Төркмәнстанда һәм Ҡаҙағстандың көньяғында Һырдаръя һәм Амударъя йылғаларының һыуҙарын баҫыуҙарҙы һуғарыу һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн каналдар системаһы аша ҡулланыу сәбәпле була. Һөҙөмтәлә дингеҙ ярынан ныҡ сигенә һәм төрлө пестицидтар һәм химикаттар менән бысранған төбө асыла. 1961-2007 йылдарҙа Арал диңгеҙе быу аша 1000 км³ һыуын юғалта. 1989 йылда дингеҙ ике айырылған күлгә—Төньяҡ (Кесе) һәм Көньяҡ (Ҙур) бүленә. 2003 йылда Арал диңгеҙенең өҫтөнөң майҙаны элекке ваҡыттағының дүрттән бер өлөшөн, ә һыу күләме—10% тәшкил итә. 2000 йылдар башында абсолют һыу кимәле 31 метрға тиклем төшә. Быйыл 1950-сы йылдарҙа күҙәтелгән һыу кимәленән 22 метрға түбән.
2011 йыл 2010 йылға ҡарағанда Арал диңгеҙенең бассейнында ҡорораҡ була, Амударъяның дельтаһы ҡорой һәм Ҙур Арал күленең өс өлөшөндә һыу кимәле тағы ла кәмей. Ҙур Арал диңгеҙенән дамба менән айырылып торған Кесе Аралда һыу кимәле стабиль хәлдә булған, әммә 2011 йылда шулай уҡ унында майҙаны кәмей[1].
2012 йылда Арал диңгеҙенең майҙаны ныҡ үҙгәреүсән була: йәй көнө Көнсығыш Арал майҙан буйынса ныҡ арта, әммә көҙ көнө кире ҡорой.
2014 йылдың авгусында Арал диңгеҙенең көнсығыш өлөшө тулыһынса ҡорой[2][3][4][5]. Шулай булһа ла артабанғы йылдарҙа ул яңынан һыу менән тула, әммә уның кимәле яҙҙан йәйгә тиклем ныҡ үҙгәреп тора[6][7]. Иң ҙур майҙан һәм һыу кимәле буйынса күрһәткестәр 2017 йылда була, спутник снимоктар буйынса, ул йылда һыу Һырдарьянан ғына түгел, хатта Амударъянан да килә башлай[8].
Экологик эҙемтәләр
үҙгәртергәАрал диңгеҙе буйында климат тағы ла ҡорораҡ һәм континентальға әйләнә. Тар яр буйы һыҙатында ҡыш 1-3 градусҡа һыуығыраҡ була башлай. Ҡороған дингеҙ төбөндә тоҙ-ҡомло Аралҡом сүллеге барлыҡҡа килә. Көслө елдәрҙә (был регионда улар йылына 30-50 көн күҙәтелә) ҡороған дингеҙ төбөндә интенсив ҡом бурандары була, улар Байҡоңыр, Ҡыҙылурҙа һәм башҡа ҡалаларға барып етәләр. Ҡороған дингеҙ төбөндә тоҙло ултырмаларҙа бик күп төрлө ағыулы химикаттар һәм ашламалар бар, шуға ла уларҙы тын алыу кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең һаулығына зарар килтереүе ихтимал. Йыл һайын Арал диңгеҙенең төбөнән елдәр менән һауаға 75 млн тонна тоҙ күтәрелә[9]. Арал диңгеҙенең ағыулы тоҙҙары[10] Антарктида пингвиндарың ҡанында, Гренландия боҙҙарында, Норвегия урмандарында һәм башҡа урындарҙа табылған.
Урындағы ерҙең үҙгәреүе
үҙгәртергәАрал ландшафты зыян күрә: ҡамыш ҡыуаҡлыҡтарының майҙаны 500 меңдән 18 меңгә тиклем кәмей, дөйөм алғанда, Амударъя һәм Һырдаръя дельталарындағы 50-гә яҡын ҙур күлдәр юҡҡа сыға. Амударъя һәм Һырдаръя үҙәнендәге туғайҙар юҡҡа сығалар. Ҡапыл диңгеҙҙә флора һәм фауна кәмей. 138 төр умыртҡалыларҙан тик 38 генә төр ҡала. Һыуҙың тоҙлолоғо күтәрелә: Ҙур Аралда 10 тапҡырға (100‰), ә Кесе Аралда 2 тапҡырға (18‰). Арал, Казахдарья, Муйнак порттары һыу булмағанға ябылалар. Арал алдында 1980 йылдарҙан алып эшһеҙлек кимәле ныҡ юғары.
Перспективалар
үҙгәртергә2005 йылда Кокараль быуаһы төҙөлөп бөтә,уға Арал диңгеҙенең төньяҡ өлөшөнөң ҡотҡарып ҡалыр тигән ышаныс бар. Быуа ярҙамында Кесе Аралдың абсолют һыу кимәле 42 метрға тиклем күтәрелә, балыҡсылыҡ хужалығы тергеҙелә башлай. РРССАМ-2 проектты эсендә Бергә боғаҙынан Ауҙы-Кокаралға һыуҙы ебәреп, Кесе Аралда һыу кимәлен 48-50 метрға күтәреү күҙалланған[11]. Һыуҙың күсереүен маҡсаты булып Төньяҡ Аралдың тоҙлолоғон кәметеү булған[11]. 1950 йылдан алып хәҙерге заманға тиклем күп тапҡыр Обь йылғаһынан Арал диңгеҙенә канал төҙөү буйынса проекттар тәҡдим ителгән. Был эш Арал алдында экономиканы үҫтерер ине һәм диңгеҙҙе лә терелтер ине. Әммә ундай төҙөлөш бик күп сығымдар талап итә, шуға ла практик яҡтан тормошҡа ашырыу бик ҡыйын.
Арал диңгеҙенең ҡороуы темаһы сәнғәттә
үҙгәртергә- Роллан Сейсенбаевтың «Мертвые бродят в песках» романы, 2001.
- "Таҡыр" беренсе ҡаҙаҡ рок-операһы, режиссеры Насер Кульсариев
- Арал диңгеҙе темаһы "Игла" совет фильмында (режиссёр Рашид Нугманов) саҡ ҡына телгә алына.
- «Linkin Park» америка рок-группаһының «What I've Done» тигән клибында Арал диңгеҙенең ярында сереп ятҡан корабльдың фотоһы ҡулланыла.
- Юлия Савичева Т9 группаһы менән Арал диңгеҙенең төбөндә клип төшөрәләр[12].
- Нәфис фильм «Псы» (ролдәрҙә Андрей Краско, Юрий Кузнецов, Михаил Жигалов һәм башҡалар)
- Нәфис фильм «В ожидании моря», 2013.
- Pink Floyd группаһы «Louder than Words» тигән йырҙың видеоклибын «The Endless River» һуңғы альбомынан Арал диңгеҙенең проблемаларына арнай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Aral Sea. September 11, 2011
- ↑ Восточное Аральское море высохло полностью 2019 йыл 21 март архивланған.
- ↑ НАСА: Узбекская часть Аральского моря высохла полностью
- ↑ Марк Синнот. Как высушить море за полвека: трагическая история Арала . National Geographic (июнь 2015).
- ↑ 1 августа 2014 года
- ↑ Космический снимок Аральского моря 1 августа 2015
- ↑ Космический снимок Аральского моря 1 августа 2016
- ↑ Космический снимок Аральского моря 1 августа 2017
- ↑ [1] со ссылкой на источник: newsland.com/news/detail/id/1249780/
- ↑ State of Environment of the Aral Sea Basin (ингл.). Regional report of the Central Asian States (2000). Дата обращения: 22 май 2009. Архивировано 27 сентябрь 2006 года. 2009 йыл 16 март архивланған.
- ↑ 11,0 11,1 Вторая фаза проекта РССАМ находится в интенсивной в разработке . ИК МФСА (16 июнь 2010). Дата обращения: 8 апрель 2012. Архивировано из оригинала 12 декабрь 2013 года. 2013 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ видеоклип «Корабли» Юлия Савичева и Т9
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Резниченко Г. И. Аральская катастрофа: Дневник экспедиции: (С отступлениями и комментариями). — М.: Новости, 1992. — 112 с. — ISBN 5-7020-0652-6.
- Зонн И. С., Гланц М. Г. Аральская энциклопедия / Авт. и сост.: И. С. Зонн, М. Г. Гланц; Под ред. А. Н. Косарева, А. Г. Костяного. — М.: Международные отношения, 2008. — 256 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7133-1326-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рахманов В. Самая молодая пустыня в мире — Аралкум
- Siegmar-W. Breckle Combating desertification and rehabilitation of the salt deserts in the region at the Aral Sea 2010 йыл 5 март архивланған.
- Evaporation of the Aral Sea : Feature Articles (ингл.). Earth Observatory (20 май 2009). Дата обращения: 20 май 2009.
- Бекеева И. О Барсакельмесском заповеднике — «Пойти, чтобы вернуться», № 430 (16817) от 28.08.2009.
- Кладбище кораблей 2012 йыл 11 июнь архивланған. (фотоальбом южной части Аральского моря, апрель 2010 года)
- Современная фауна остаточных водоёмов, образовавшихся на месте бывшего Аральского моря // Труды Зоологического института РАН. УДК 591.9 (262.83). — Том 312, № 1/2, 2008. — С. 145—154