Араз Республикаһы

(Аракс Республикаһы битенән йүнәлтелде)

Араз (Аракс) Республикаһы (әзерб. Araz Türk Cümhuriyyəti) — үҙ-үҙен иғлан иткән дәүләт. Нахичевандә 1918 йыл аҙағында Эриван губернаһы ерҙәрендә нахичеван хандары тарафынан иғлан ителгән дәүләт. Уның башында Нахичевандең милли (мосолман) советы аша генерал-губернатор Джафаркули Хан Нахичеванский торған.

Араз Республикаһы
әзерб. Araz Türk Cümhuriyyəti
Флаг
Флаг

 
 
 
Баш ҡала

Игдыр, Нахичевань

Эре ҡалалары

Игдыр, Нахичевань, Ордубад

Телдәр

әзербайжан

Дин

Ислам

Аҡса берәмеге

Әзербайжан манаты

Майҙаны

16.000

Идара итеү формаһы

Республика

Президент
 • 1918-1919

Джафаркули Хан Нахичеванский

 Араз Республикаһы Викимилектә

1919 йылдың июнь аҙағында әрмән ғәскәрҙәре Нахичевань ҡалаһын алғандар һәм Аракс Республикаһы бөтөрөлгән. Был Әрмәнстан менән Әзербайжан Демократик Республикаһы араһында ҡораллы низағ барлыҡҡа килтергән.

1826—1828 йылдырҙағы рус-фарсы һуғышынан һуң Рәсәй империяһы һәм Персия араһында Төркмәнчай тынысылыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылған, уның буйынса Эриван һәм Нахичевань ханлыҡтарының ерҙәре Персиянан Рәсәйгә күскән. Шул уҡ йылда, 1828 йылдың 21 мартында император Николай I указы менән Нахичевань ханлығы бөтөрөлгән[1]. Эриван һәм Нахичевань ханлыҡтары территорияһынан Әрмән өлкәһе ойошторолған.

1830 йылда Әрмән өлкәһенең Нахичевань провинцияһы халҡының составы: мосолмандар — 17138 кеше, әрмәндәр — 13369 кеше[2], шул уҡ сығанаҡ буйынса Персиянан Нахичевань провинцияһына 10652 әрмән, ә Ғосман империяһынан 27 әрмән күсенгән.

1840 йылдың 10 апрелендә император Николай I-нең «Кавказ аръяғы крайы менән идара итеү өсөн учреждение» тигән административ реформаһы тураһындағы указы менән Әрмән өлкәһе бөтөрөлгән[3]. 1849 йылда элекке Әрмән өлкәһенең территорияһы Эриван губернаһы составына ингән.

Нахичеван ханы Эхсан-хан һәм уның тоҡомдарынан Рәсәй империяһында Нахичеванский фамилияһы нығынған. Был нәҫелдән күп кенә билдәле юлбашсылар, шул иҫәптән генералдар Исмаил, Келбали, Гусейн, Джамшид Хан Нахичеванскийҙар сыҡҡан.

Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү мәлендә Эриван губернаһы өйәҙҙәренең ҙур өлөшө төрөк ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланған, улар Эриванға тиклем уҡ килеп еткәндәр. Бындай шарттарҙа 1918 йылдың 4 июнендә Әрмән милли советының делегацияһы Ғосман империяһы хөкүмәте менән Батуми килешеүенә ҡул ҡуйған, уға ярашлы Әрмәнстан республикаһы фактик рәүештә төрөктәрҙең сателлитына әүрелгән, сөнки Ғосман империяһы Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғон был ваҡытта Әрмән милли советы контролдә тотҡан территорияның сиктәрендә таныған. Был территория Эриван губернаһының Эриван һәм Эчмиадза өйәҙҙәре менән сикләнгән, уның майҙаны — 12 мең км², халҡы яҡынса 1 млн кеше (шул иҫәптән ҡасаҡтар). Әммә Ғосман империяһы Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң һәм 1918 йылдың 30 октябрендә Мудрос тынысылыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, төрөк ғәскәрҙәре Әрмәнстандың оккупацияланған территорияларын ташлап китергә мәжбүр булған.

Батуми килешеүен танырға теләүҙән баш тартҡан генерал Андраник Озанян үҙенең яҡлылары менән бергә төрөк ғәскәрҙәренә ҡаршы тороуҙы дауам итеү маҡсатында илдең көньяғында яңы әрмән дәүләтен — Тау Әрмәнстанының Республикаһын төҙөй.

Араз республикаһында һуғыш һәм уның ҡолауы

үҙгәртергә

Аракс (Араз) республикаһы 1918 йылдың 3 ноябрендә баш ҡалаһы Игдырҙа Нахичеванский нәҫеле хандары тарафынан иғлан ителгән. Йәш республиканың территория, уның хөкүмәтенең фекере буйынса, Эриван губернаһының Шаруро-Даралашез, Сурмали һәм Нахичевань өйәҙҙәренән, шулай уҡ Эриван һәм Эчмиадзи өйәҙҙәренең көньяҡ-көнбайыш өлөштәренән торорға тейеш булған. Тап ошо территорияны 1918 йылдың июнендә Ғосман империяһы оккупациялаған.

Әрмәнстан Демократик Республикаһының һуңғы премьер-министры Симон Врацян был ваҡиғаларҙы ошолай тасуирлаған[4]:

«1918 йылда Әрмәнстандың эске тормошонда Төркиә һәм Әзербайжан ҡулдары тарафынан Әрмәнстанды ҡанға батырыу ниәте менән ойошторолған дәүләткә ҡаршы мосолман хәрәкәттәре иң ауыр күренеш булған. Әрмәнстан ерендә үҙәге менән Нахичевандә айырым «Аракс республикаһы» иғлан ителгән, уның составына Сурмалу, Занги һәм Ведибасар, Мили, Шарур һәм Нахичеван ингән. Был республика төрөк пушкалары, артиллерияһы һәм мылтыҡтары менән ҡоралланған һәм төрөк офицерҙары һәм чавуштары командалығында хәрәкәт иткән үҙ армияһын тотҡан. Әзербайжан уларға аҡса ебәргән. Төркиә һәм Әзербайжан уларҙың эшмәкәрлеген йүнәлткән»

Урындағы отрядтар мөмкин булған әрмән һөжүмен кире ҡағыу һәм көсһөҙләндереү өсөн яҡшы ҡоралланған һәм ойошторолған. 1919 йылдың 26 ғинуарында Британ империяһы генерал-губернаторлығы урынлашыуы менән ихтимал булған ҡан ҡойош туҡтатылған[5].

Британдар Араз республикаһын танымай, һәм уны Ғосман империяһының ниәте менән ойошторолған тип иҫәпләгән. Республика тик 4 ай дауамында һәм башлыса ҡағыҙҙа ғына йәшәгән[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Акты Кавказской Археографической Комиссии. т. VII, док. № 437
  2. Шопен И. Исторический памятник состояния Армянской области в эпоху её присоединения к Российской Империи. — СПб., 1852. — С. 635—638.
  3. Полное собрание законов Российской империи, собрание 2-е, т. XV, ст. 13368
  4. С. Врацян «Республика Армения»
  5. By Andrew Andersen and Georg Egge. Armenia in the Aftermath of Mudros: Conflicting claims and Strife with the Neighbors Sharur, Nakhichevan and Goghtan, 01/1919 - 06/1919.
  6. Charlotte Mathilde Louise Hille. State Building and Conflict Resolution in the Caucasus. — С. 173.
  • Гаджиев А. Из истории Карсской и Аразско-Тюркской Республик. — Баку, 1994.
  • İsmayıl Hacıyev. Azərbaycan Xalq Cümhuriyyəti və Naxçıvan. — Naxçıvan: Əcəmi Nəşriyyat-Poliqrafiya Birliyi, 2010. — 384 с.
  • İsmayıl Musayev. Azərbaycanın Naxçıvan və Zəngəzur bölgələrində siyasi vəziyyət və xarici dövlərlərin siyasəti (1917-1921-ci illər). — 2-ci nəşr. — Bakı: Bakı universitetinin nəşriyyatı, 1998. — 385 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Государственные образования периода Гражданской войны и становления СССР (1917—1924)