Аптуллаҡасҡан тауы

Ырымбур өлкәһе

Аптуллаҡасҡан (рус. Аптулла-Каскан) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тау.

Аптуллаҡасҡан тауы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Аптуллаҡасҡан тауы Ҡыуандыҡ ҡала округындағы Ҡара Айғыр ауылынан 2 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Ошонда уҡ Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы Аптуллаҡасҡан йылғаһы ағып ята[1].

Тауҙағы климат эргәһендәге Ҡара Айғыр ауылыныҡы кеүек үк, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында тауҙың атамаһын Аптулла (әҙәби яҙылышы — Абдулла) тигән башҡорт исеменән килеп сыҡҡан тип яҙа. Атама тураһында төрлө риүәйәттәр йөрөй. Уның береһе ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарға ҡаршы көрәшкән башҡорт батыры Аптулла тураһында бәйән итә. Батыр атһыҙ ҡалып йәйәүләп ҡасып барғанда йоҙроҡ ҙурлыҡ кипкән ҡорот менән бәреп үлтергәндәр. Имештер ҙә, уның ҡәбере — ошо тауҙа. Икенсе риүәйәт буйынса Аптулла — революционер булып сыға, банданан саңғы менән ҡасып киткән. Тауҙың өсөнсө атамаһы — Шишкан, йәғни, осло тау [3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Аптулла-Каскан, от башкирского мужского имени Аптулла, каскан — причастие прошедшего времени от глагола касыу — «бежать (спастись бегством)», «убежать», «спрятаться», «скрыться», следовательно, «Убежавший Аптулла». В интерпретации местных жителей — «Аптулла убежал». О названии рассказывают различные легенды. В одной из них идет речь о башкирском богатыре Аптулле, который воевал с «киргизами». Его пешего преследовали на лошадях и убили курутом (вид сыра) величиной с кулак. На горе, получившей имя этого батыра, якобы находится его могила. По другому преданию, Аптулла — революционер, убежавший на лыжах от банды. У горы есть и другое наименование — Шишкан, восходящее к географическому термину шишка — «островерхая гора», «конусообразная гора»Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.