Ҡара Айғыр, Карайгер — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ҡара Айғыр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 43 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462230
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл Һаҡмар йылғаһы буйында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 6 километр алыҫлыҡта көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Ауылға 1925 йылда хәҙер Иҫке Ҡара Айғыр тип йөрөтөлгән утарҙан айырылып сығыусылар Һаҡмар буйлап 5 км үргәрәк күтәрелеп нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1924 йылда). Ябай һөйләштә Выдел Карайгер тип йөрөтәләр[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Краснознаменка ауыл Советы составында булған, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округына ингән.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Яңы урынға күсеп йәшәй башлаусылар үҙҙәре айырылып сыҡҡан ауыл исемен һаҡлап ҡалдырғандар. Бары тик ойконимға Яңы һүҙе ҡушылған. Ә Иҫке Ҡара Айғырҙың атамаһы иһә башҡорт телендәге ҡара һәм айғыр һүҙҙәренән хасил булған, тип бәйән итә Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында[5]

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 97 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 92 %) , 2010 йылда — 43[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. file:///D:/Doc’s/Downloads/kuvandikskiy_kray_v_geograf_nazv%20(1).pdf Стрельников С. М. Географические названия Кувандыкского района
  6. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.