Апитерапия
Апитерапия (лат. apis «бал ҡорто» һәм therapia «терапия») — традицион медицина өлкәһе, ә хәҙер альтернатив медицинаға ҡарай[1][2], умартасылыҡ продукттарын дауалау маҡсатында ҡулланыу.
Тәү сиратта апитоксинотерапиянан (бал ҡорто ағыуын ҡулланыу), шулай уҡ бал терапияһынан, прополис терапияһынан, апилактерапиянан (инә ҡорт һөтө ҡулланыу), сәскә һеркәһен, балауыҙ һәм ҡорт үрсемен ҡулланыу[3]. Үле ҡорт, ҡорт һитәһе һәм бал мисәте лә ҡулланыла.
Һөҙөмтәлелеге
үҙгәртергәНигеҙҙә, балды яраларҙы дауалауҙа ҡулланыу файҙаһы яҡшы иҫбатланмаған, шуға һөҙөмтәлелек тураһында һығымта яһап булмай[4][5][6][7].
2014 йылға ҡарата киҫкен һәм оҙайлы яраларҙы дауалауҙа ла балдың һөҙөмтәлелеге иҫбатланмаған[7].
Балдың ваҡ-төйәк бешкән урындарҙы тиҙерәк уңалтыу һәләтенә дәлилдәр бар[7].
Апитерапияның төрлө осраҡтағы потенциаль файҙаһы даими үткәрелә торған Кокран күҙәтеүҙәрендә күрһәтелгән .
Тарихы
үҙгәртергәАпитерапия тамырҙары боронғо замандарға китә, уның донъяла киң таралыу яулай. Ул Боронғо Мысыр һәм боронғо Ҡытайҙа билдәле була, уның тураһында Гиппократ һәм Гален яҙған, умартасылыҡ продукттарының дауалау һәләттәре Библияла һәм Ҡөрьәндә билдәләнә, ә 1888 йылда был өлкәлә тәүге клиник тикшеренеүҙәрҙең береһе — Австрия табибы Ф. Терчтың бал ҡортонан саҡтырып дауалауы тураһында яҙыла. Ф. Терчты «хәҙерге апитерапияның атаһы» тип атайҙар[8]. АҠШ-та «апитерапия атаһы» тип «Бал ҡорто ағыуы менән дауалау» (Bee venom therapy, 1935) тигән китаптың авторы Б. Ф. Бекты атайҙар[9]. Совет фәнни апитерапияһына нигеҙҙе ғалим Н. М. Артемов һала[10]:13. Уның был йүнәлештәге тәүге ғилми эше 1939 йылда баҫыла :658, ә ике йылдан уның «Бал ҡорто ағыуы, уның физиологик үҙенсәлектәре һәм терапевтик ҡулланылышы» (Мәскәү; Ленинград: СССР ФА нәшриәте, 1941) тигән монографияһы сыға[11]. Ул профессор Г. П. Зайцев менән бергә беренсе рәсми "Бал ҡортонан саҡтырыу юлы менән бал ҡорто ағыуын ҡулланыу буйынса ҡулланма"ны эшләй[12], был ҡулланма СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ғилми медицина советында 1957 йылда раҫлана[13]. Профессор Н. М. Артемов тырышлығы менән 1971 йылдан алып Апимондияла апитерапия буйынса даими комиссия эшләй:13. Б. Н. Орлов (совет лидеры Л. И. Брежневты[14] бал ҡортонан саҡтырып дауалауҙа ҡатнаша) һәм Рәсәйҙә апитерапия буйынса хөкүмәт ведомство-ара координация советы етәксеһе итеп тәғәйенләнгән В. Н. Крылов[15] уның эйәрсендәре була. Бөтә Рәсәй апитерапевтар йәмғиәте В. А. Люсов ойоштора һәм уның беренсе президенты була[16][17].
Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә тикшеренеүҙәр менән ҡыҙыҡһыныу үҫә.
Ҡулланыу
үҙгәртергәХалыҡ медицинаһында күп ауырыуҙарҙы умартасылыҡ продукттары менән дауалап була тип иҫәпләнә. Бал ҡорто ағыуы менән дауалау Азияла, Көнсығыш Европала һәм Көньяҡ Америкала киң таралған, ул терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, аутоиммун һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла. Бал диетик аҙыҡ ҡына түгел, антиоксидант һәм микробтарға, бәшмәктәргә, вирустарға, микобактерияларға ҡаршы киң йоғонто даирәһенә эйә булған сара итеп тә ҡулланыла, йөрәк һәм тире ауырыуҙары менән көрәшкә лә ярай. Прополис антиоксидант, микробтарға, шешкә ҡаршы, кардиопротектор, иммунитетты нығытыу, антиангиоген һәләттәргә эйә. Дөйөм алғанда, умартасылыҡ продукттары антибактериаль әүҙемлеге менән айырылып тора, әммә уларҙың үҙенсәлектәре ботаник сығышына бәйле.
Тыйыуҙар
үҙгәртергәУмартасылыҡ продукттары килешмәгән кешеләргә апитерапия ҡулланыу тыйыла. Апитерапия ҡулланғанда аллергия реакцияһын иҫкәртеү өсөн, ул махсус әҙерлекле табип тарафынан үткәрелергә тейеш, шуның менән бергә умартасылыҡ продукттарын анафилаксия һирәк осрай.
Башҡортостанда апитерапия
үҙгәртергәБашҡортостанда апитерапия халыҡ медицинаһында борон замандарҙан бирле файҙаланылған. ХХ быуаттың 90‑сы йылдары башынан апитерапия сирҙәрҙе дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. Апитерапияны ҡулланыу ысулдары Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә, Башҡорт дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, «Прополис» ғилми-етештереү берләшмәһендә өйрәнелә [1](недоступная ссылка).
Башҡортостанда апитерапия мәсьәләләре менән шөғөлләнгән ғалимдар: Р. З. Исҡужин,Ә. М. Ишемғолов, Н. В. Хәйруллин, М. Ғ. Ғиниәтуллин, Ә. Ғ. Маннапов, Р. Т. Маннапова, И. В. Шафиҡов, Л. А. Лепилина, Ә. А. Бәкеров, Г. Х. Бәкерова [2](недоступная ссылка).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Chapter 9: Pharmacologic and Biologic Therapies // American Cancer Society Complete Guide to Complementary and Alternative Cancer Therapies / Ades, Terri B.; Russel, Jill. — 2nd. — American Cancer Society, 2009. — С. 704—708. — ISBN 978-0-944235-71-3.
- ↑ Barry R., Cassileth. Chapter 36: Apitherapy // The Complete Guide to Complementary Therapies in Cancer Care: Essential Information for Patients, Survivors and Health Professionals. — World Scientific, 2011. — С. 221—224. — ISBN 978-981-4335-66-9.
- ↑ Хомутов, 2014
- ↑ «Honey as a topical treatment for wounds».
- ↑ (2014) «Honey: an immunomodulator in wound healing».
- ↑ Bardy J. et al. A systematic review of honey uses and its potential value within oncology care. J. Clin. Nurs. 2008;17:2604-2623. doi: 10.1111/j.1365-2702.2008.02304.x {MEDLINE & Systematic review}
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Gethin G. 2008. Commentary - ↑ 7,0 7,1 7,2 Andrew B Jull, Nicky Cullum, Jo C Dumville, Maggie J Westby, Sohan Deshpande, Natalie Walker. Мед для местного лечения ран (ингл.) (6 март 2015). Дата обращения: 19 июль 2020.
- ↑ Apitherapy // Jacqueline L. Longe, ed. (2005, 2nd ed.) The Gale[en] encyclopedia of alternative medicine. ISBN 0-7876-7424-9. DOI:10.1108/09504120610638663
- ↑ Harold Goodman and Silver Spring. The Bible of Bee Venom Therapy. Foreword to 1997 Edition. 2020 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ Гелашвили Д. Б., Крылов В. Н., Романова Е. Б. Зоотоксинология: биоэкологические и биомедицинские аспекты. Нижний Новгород: Изд-во ННГУ им. Н. И. Лобачевского, 2015. ISBN 978-5-91326-329-2.
- ↑ http://nauka1941-1945.ru/catalog/id/1092/ 2020 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ https://books.google.com/books?id=ybn7AgAAQBAJ&pg=PA82
- ↑ May R. Berenbaum. Bugs in the System: Insects and Their Impact on Human Affairs, p. 305.
- ↑ Сергей Максимов. Три укуса для Брежнева // Вечерняя Москва, Аргументы и факты, 04.04.2007.
- ↑ Приказ Минсельхозпрода РФ от 27 марта 1997 г. N 145 "О Межотраслевом научно-техническом центре по разработке, апробации и внедрению препаратов на основе биологически активных продуктов пчеловодства и растительного сырья" . Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 29 июль 2017 года. 2017 йыл 29 июль архивланған.
- ↑ https://www.rnmot.ru/ru/page/k-p.html
- ↑ https://cyberleninka.ru/article/n/pamyati-viktora-alekseevicha-lyusova
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Виноградова Т. В., Зайцев Г. П. Пчела и здоровье человека. Москва, 1964.
- Иойриш Н. П. Продукты пчеловодства и их использование. Москва, Россельхозиздат, 1976. — 175 с.
- Кузьмина К. А. Лечение пчелиным медом и ядом / К. А. Кузьмина. — 10-е изд. — Саратов: Издательство Саратовского университета, 1988. — 96 с.
- Лудянский Э. А. Руководство по апитерапии (лечение пчелиным ядом, медом, прополисом, цветочной пыльцой и другими продуктами пчеловодства) для врачей, студентов медицинских вузов и пчеловодов. Вологда : ПФ «Полиграфист», 1994. — 462 с. ISBN 5-86402-015-X
- Хисматуллина Н. З. Апитерапия. — Пермь: Мобиле, 2005. — 296 с. — ISBN 5-88187-263-0. (Автор — к. м. н., заслуженный врач РФ.)
- Новиков В. Б. Пчёлы, цветы и здоровье. Ярославль, 2007.
- Омаров Ш. М. Апитерапия: продукты пчеловодства в мире медицины. — Ростов н/Д, 2009. — 351 с. — ISBN 978-5-222-15216-4.
- Д-р наук проф. А. Е. Хомутов и др. Апитерапия. Монография. — Изд-во Нижегородского госуниверситета им. Лобачевского, 2014.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Апитерапия(недоступная ссылка) // Башҡорт энциклопедияһы.
- Apitherapy // Jacqueline L. Longe, ed. (2005, 2nd ed.) The Gale[en] encyclopedia of alternative medicine. ISBN 0-7876-7424-9. DOI:10.1108/09504120610638663
- Европейский проект по апитерапии в рамках программы Эразмус+