Антропова Мета Васильевна

Антропова Мета Васильевна (16 ғинуар 1915 йыл — 22 март 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-гигиена белгесе. Медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1966), СССР Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (1968). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).

Антропова Мета Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 15 ғинуар 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 март 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө гигиенист
Ғилми исеме профессор[d] һәм член-корреспондент Академии педагогических наук СССР[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Мета Васильевна Антропова 1915 йылдың 16 ғинуарында Һарытауҙа тыуған.

1938 йылда Беренсе Мәскәү медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлай.

1938 йылдан 1941 йылға тиклем аспирантурала уҡый, шунан һуң кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1941 йылдан 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Пермь крайының дәүләт санитар инспекторы булып эшләй[1].

1945 йылдан 2011 йылға тиклем РАО йәш физиологияһы ғилми-тикшеренеү институтында — ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, төп ғилми хеҙмәткәр һәм баш ғилми хеҙмәткәр.

1965 йылда М. В. Антропова докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1966 йылдан — профессор исеме ала. 1968 йылда йәш физиологияһы һәм психология бүлеге буйынса СССР Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы[2].

М. В. Антропова экспериментты тәбиғи шарттарҙа киң фәнни тикшеренеүҙәрен үткәреүгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, уның етәкселеге аҫтында башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре билдәләнгән факторҙарға бәйле уҡыусыларҙың аҡыл эшмәкәрлеге һәләте динамикаһы законлылыҡтарын билдәләргә мөмкинлек бирә. М. В. Антропова мәктәп гигиенаһы өлкәһендә фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы була, уның етәкселегендә институт хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙың режимына, дәрес йөкләнешенә, мәктәптәрҙе проектлауҙа һәм төҙөүҙә гигиена талаптарына, мәктәп йыһаздарына, уҡыусыларҙың йәмәғәт-файҙалы хеҙмәттәрен нормалауға ҡарата мәктәп гигиенаһының төп йүнәлештәрен әҙерләй[3]. М. В. Антропова мәктәп гигиенаһы өлкәһендә күп хеҙмәттәрҙең авторы булып тора[4]

2011 йылдың 22 мартында Мәскәүҙә вафат була[5][1]

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Антропова М. В. Гигиена школьника / Москва : Ин-т сан. просвещения, 1954 г. — 60 с.
  • Антропова М. В. Рациональная организация питания учащихся [Текст] : Метод. письмо / Упр. школ М-ва просвещения РСФСР. Науч.-исслед. ин-т физ. воспитания и школьной гигиены АПН РСФСР. — Москва : Учпедгиз, 1954 г. — 64 с.
  • Антропова М. В. Школа и охрана здоровья учащихся / М. В. Антропова, Г. П. Сальникова. — Москва : Изд-во Акад. пед. наук РСФСР, 1955 г. — 100 с.
  • Антропова М. В. Гигиена пионерского лагеря / М. В. Антропова, Л. В. Михайлова, Г. П. Сальникова ; Акад. пед. наук РСФСР. Ин-т физ. воспитания и школьной гигиены. — Москва : Изд-во Акад. пед. наук РСФСР, 1956 г. — 76 с.
  • Антропова М. В. Школьная гигиена: Учебник для мед. училищ / Москва : Медгиз, 1957 г. — 232 с.
  • Антропова М. В. Школьная гигиена: [Учебник для сан.-фельдшерского отд-ния мед. училищ] / 2-е изд., перераб. и доп. — Москва : Медгиз, 1962 г. — 287 с.
  • Антропова М. В. Работоспособность учащихся и ее динамика в процессе учебной и трудовой деятельности : (По материалам эксперим. исследований детей и подростков — учащихся общеобразоват. школ) : Доклад, обобщающий работы на соискание учен. степени доктора мед. наук / 1-й Моск. мед. ин-т им. И. М. Сеченова. — Москва : [б. и.], 1964 г. — 43 с.
  • Антропова М. В. Школьная гигиена : [учебник для санитарно-фельдшерских отделений медицинских училищ] / 3-е изд. — Москва : Медицина, 1965 г. — 331 с.
  • Антропова М. В. Работоспособность учащихся и ее динамика в процессе учебной и трудовой деятельности / Акад. пед. наук СССР. — Москва : Просвещение, 1968 г. — 251 с.
  • Антропова М. В. Школьная гигиена : [Учебник для сан.-фельдшерских отд-ний мед. училищ] / 4-е изд. — Москва : Медицина, 1970. — 327 с.
  • Антропова М. В. Гигиена младшего школьника / Москва : Знание, 1970 г. — 64 с.
  • Антропова М. В. Основы гигиены учащихся / Москва : Просвещение, 1971 г. — 208 с.
  • Антропова М. В. Родителям о здоровье школьников / М. В. Антропова, Р. И. Глухова, С. П. Ефимова. — Москва : Педагогика, 1975 г. — 128 с.
  • Антропова М. В. Гигиена детей и подростков: [Учебник для сан.-фельдшерских отд-ний мед. училищ] / М. В. Антропова. — 5-е изд. — Москва : Медицина, 1977 г. — 335 с.
  • Антропова М. В. Гигиена детей и подростков : [Учебник для сан.-фельдш. отд-ний мед. уч-щ] / М. В. Антропова. — Ташкент : Медицина, 1981 г. — 347 с.
  • Антропова М. В. Гигиена детей и подростков : [Учебник для сан.-фельдш. отд-ний мед. уч-щ] / М. В. Антропова. — 6-е изд., перераб. и доп. — М. : Медицина, 1982 г. — 335 с. — (Учеб. лит. Для учащихся мед. уч-щ).
  • Антропова М. В. Возрастная физиология и школьная гигиена / А. Г. Хрипкова, М. В. Антропова, Д. А. Фарбер. — М. : Просвещение, 1990 г. — 318 с. — (Учеб. пособие для пед. ин-тов). — ISBN 5-09-002687-4
  • Антропова М. В. Режим дня младшего школьника / М. В. Антропова, Л. М. Кузнецова, Т. М. Параничева; Центр образования и здоровья М-ва образования РФ, Ин-т возрастной физиологии РАО. — М. : Вентана-Граф, 2003 г. — 20 с. — (Ваш ребенок: азбука здоровья и развития. От 6 до 10 лет). — ISBN 5-9252-0497-2
  • Антропова М. В. Как наблюдать за развитием и здоровьем ребёнка / М. В. Антропова, Л. М. Кузнецова. — М. : Вентана-Граф, 2004 г. (Ульяновск : ГПП Печ. Двор). — 21 с. — (Ваш ребёнок: азбука здоровья и развития : От 4 до 6 лет / Центр образования и здоровья М-ва образования РФ, Ин-т возрастной физиологии РАО). — ISBN 5-88717-190-1

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Умерла выдающийся видный ученый-гигиенист, доктор медицинских наук, профессор, член-корреспондент Российской академии образования Мета Васильевна Антропова. Институт возрастной физиологии Российской академии образования. Дата обращения: 14 март 2020. 2020 йыл 13 август архивланған.
  2. Педагогический энциклопедический словарь / Гл. ред. Б. М. Бим-Бад. — М. : Большая российская энциклопедия, 2002 г. — 527 с. — 464 с. — ISBN 5-85270-230-7
  3. Антропова, Мета Васильевна. Дата обращения: 14 март 2020.
  4. Антропова, Мета Васильевна. Российская государственная библиотека. Дата обращения 14 марта 2020.
  5. Московские могилы. Дата обращения: 14 март 2020.
  • Педагогический энциклопедический словарь / Гл. ред. Б. М. Бим-Бад. — М. : Большая российская энциклопедия, 2002 г. — 527 с. — 464 с. — ISBN 5-85270-230-7