Антон Глушко тыҡрығы (Таганрог)

Антон Глушко тыҡрығы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тыҡрыҡ.

Антона Глушко тыҡрығы
Таганрог
Фотография
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Элекке исемдәре

Полтава тыҡрығы
Полиция тыҡрығы
Етенсе арҡыры тыҡрыҡ.

Оҙонлоғо

2040 метр

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да

Географияһы

үҙгәртергә

Антон Глушко тыҡрығы Грек һәм Шевченко урамдары араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 2040 метр[1]. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Грек урамынан башлана[2].

РСДРП(б)-ның Таганрог ҡала комитеты беренсе рәйесе, революционер-большевик А. К. Глушко хөрмәтенә 1929 йылда исеме Антон Глушко тыҡрығы тип үҙгәртелгән[3].

Башта тыҡрыҡ Етенсе арҡыры тип аталған, аҙаҡ — Полиция тыҡрығы, һуңынан — Полтава тыҡрығы.

Антон Глушко тыҡрығында урынлашҡан

үҙгәртергә

Биналар һәм ҡоролмалар

үҙгәртергә
  • № 8 — Слученко йорто. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[4].
  • № 13 — Таганрог тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Алфераки һарайы). Антон Глушко тыҡрығы һәм Фрунзе урамы мөйөшөндә урынлашҡан. Музей бинаһы федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы статусына эйә[5].
  • № 15 — Лукиндар йорто (Таганрог) торлаҡ йорт (1827 йыл). Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[6]. Был йортта 1-се атлы армияны ойоштороу буйынса идаралыҡ урынлашҡан була[7].
  • № 19 — «Октябрь» кинотеатры (элекке) — Антон Глушко тыҡрығы һәм Александр урамы мөйөшө. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[8].
  • № 40 — Н П Маркевич-Евтушевский торлаҡ йорто (1861—1863 йылдар). Был йортта Чеховтар ғаиләһе йәшәгән[9]. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[10].
  • № 44 — А. А. Дуров музейы.
  • № 46 — торлаҡ йорт. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[11].
  • № 66 — торлаҡ йорт (1885—1886 йылдар). Бында «Народная воля» йәшерен типографияһы урынлашҡан була. Урындағы әһәмиәткә эйә тарих ҡомартҡыһы[12].
  • № 74 — торлаҡ йорт (1882—1883 йылдар). Унда ҡаланың үҙәк народоволецтар түңәрәге йыйыла торған булған. Урындағы әһәмиәткә эйә тарих ҡомартҡыһы[13].
  • № 101 — торлаҡ йорт. Бында эшсе һәм һалдат депутаттары советының беренсе рәйесе А. К. Глушко йәшәгән. Урындағы әһәмиәткә эйә тарих ҡомартҡыһы[14]. Йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • К. А. Глушко һәйкәле (1958 йылда ҡуйылған). Антона Глушко тыҡрығы һәм Чехов урамы мөйөшөндә урынлашҡан .Урындағы әһәмиәткә эйә монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы[15].

Юҡҡа сыҡҡан биналар һәм ҡоролмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Измерение расстояния по карте Яндекс
  2. Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  3. Барчугов П. В. Наследники Прометея: очерки о профессиональных революционерах Дона. — Ростовское книжное издательство, 1977. — С. 118.
  4.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101185000№ 6101185000
  5.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110063000№ 6110063000
  6.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101186000№ 6101186000
  7.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101138000№ 6101138000
  8.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101187000№ 6101187000
  9.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101139000№ 6101139000
  10.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101188000№ 6101188000
  11.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101189000№ 6101189000
  12.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101140000№ 6101140000
  13.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101141000№ 6101141000
  14.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101142000№ 6101142000
  15.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101311000№ 6101311000
  16. Назаренко И. В. «Победа» кинотеатр летний // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 561.