Лукиндар йорто (Таганрог)
Лукиндар йорто — урындағы әһәмиәттәге архитектура һәйкәле.Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында Антон Глушко тыҡрығында урынлашҡан урындағы әһәмиәттәге йорт.
Иҫтәлекле урын | |
Лукиндар йорто (Таганрог)
Лукиндар йорто | |
XX быуат башындағы архитектура һәйкәле XX быуат башындағы архитектура һәйкәле | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Антон Глушко тыҡрығы, 15 |
Беренсе тапҡыр | 1827 йыл |
Нигеҙләнгән | 1910-се йылдар |
Статус | архитектура һәйкәле |
Бөгөнгө хәле | уртаса |
Лукиндар йорто Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәТарихи сығанаҡтар буйынса йорт хәҙерге заманса адресы — Антон Глушко тыҡрығы, 15. Ул 1827 йылда уҡ торған булған[1]. Унан һуң, ниндәйҙер билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ул емерелгән һәм 1910-сы йылдарҙа яңынан төҙөлгән . Был ваҡытта ике ҡатлы өй хужалары Лукиндар ғаиләһе була. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йорт хаҡы 28 мең һум тәшкил иткән[2].
Василий Павлович Лукин XIX быуат аҙағында ҡала диңгеҙ кластары менән етәкселек итә һәм морякар ҡулланған «Навигация» китабының авторы була. XX быуат башында ул Ҡала Думаһының гласныйы булып һанала һәм Донской земельный банктың рәйесе була[3]. Йыш ҡына эш буйынса Санкт-Петербург ҡалаһына барып йөрөй. Киевтә 1919 йылда вафат була. Уның ҡатыны Софья Андреевна Лукина 1908 йылда «Капля молока» балалар кухняһы ойоштора, ә 1914 йылда ҡалала беренсе балалар баҡсаһы аса. Шул уҡ ваҡытта III разрядлы шәхси училищела уҡытыусы ла булып эшләй. Лукиндар ғаиләһендә бер нисә бала. Ҡыҙы Вера Васильевна — ире фамилияһы буйынса Ксинтарис — 1892 йылдың 10 августа тыуған. Улдары Константин Васильевич Лукин Санкт-Петербург электротехник институтында белем ала, ул 1921 йылда Евгения Николаевна Грековаға өйләнә. Ғаиләлә өсөнсө бала Борис Васильевич Лукин була.
Йорттоң өсөнсө ҡаты ҡасан төҙөлгәне билдәһеҙ, бары тик бер Таганрог гәзитендә 1918 йылдың 7 ноябрендә Лукиндар йортоноң өсөнсө ҡатындағы Фрейндель итек тегеү оҫтаханаһы һатыла тигән иғлан баҫтырыла. Йорт 1925 йылға тиклем Лукиндар милке була. Граждандар һуғышы ваҡытында йортта Беренсе Атлы армия кавалерия полктарын ойоштороу идаралығы тора. 1933 йылда бында ҡала музейы экспонаттарын урынлаштыралар. 1992 йылдан алып йорт архитектура һәйкәле булараҡ закон менән һаҡлана .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Жилой дом(недоступная ссылка)
- ↑ Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
- ↑ Энциклопедия Таганрога