Маркевич-Евтушевский йорто (Таганрог)
Маркевич — Евтушевский йорто — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында, Антон Глушко тыҡырығы, 40 адресы буйынса XIX быуаттың беренсе сирегендә төҙөлгән урындағы әһәмиткә эйә һәйкәл. Был бер ҡатлы, биш тәҙрәле йорт, кәрнизе буйылап тештәр эшләнгән[1].
Иҫтәлекле урын | |
Маркевич-Евтушевский йорто (Таганрог)
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Антон Глушко тыҡырығы, 40 |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың беренсе сиреге |
Статус | урындағы әһәмиәткә эйә тарихи һәйкәл |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек |
Тарихы
үҙгәртергәҺуңынан Таганрог ҡалаһының тарихи һәйкәле булып киткән йорт XIX быуаттың беренсе сирегендә төҙөлә. Ул урындағы сауҙагәр А. Н. Камбуровтың милке була, һуңынан инде Таганрог ҡала башлығы канцелярияһы чиновнигы[2] Маркевич-Евтушевскийға һатыла һәм ул хужа була. Тарихи сығанаҡтарҙа йорт хужаһының инициалдары ныҡ айырыла.
Туйҙан һуң, чиновник йәмәғәтенең йортона йәшәргә күсә, А. Глушко тыҡырығы, 40 адресындағы күсемһеҙ милекте ҡуртымға бирергә ҡарар итә. Йорттоң бер вариҫы Маркевич-Евтушевскийҙың ҡыҙы Людмила Павловна була. Ул М. Е. Чеховтың — ҡатыны, Антон Павлович Чеховтың әбеһе була. Йортто ҡуртымға алыусылар араһында П. Е. Чеховтың да ғаиләһе булаң һәм тап бына ошо йортта Иван Чехов донъяға килә. Ғаиләләр үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәр һаҡлай, хатта йылдар уҙғас та Антон Чехов Маркевич-Евтушевкий менән аралашыуын дауам итә. Чеховтар ғаиләһе был йортта 1861—1862 йылдарҙа йәшәй. XXI быуатта был торлаҡ йорт 1992 йылдан алып, урындағы әһәмиәткә эйә тарихи һәйкәл булараҡ, дәүләт тарафынан һаҡлана[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия Таганрога
- ↑ Дом П.
- ↑ Дом П. 2017 йыл 12 март архивланған.